Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2018, 18:00

Рөстәм Хәмитов – сауҙа үҙәктәрен тикшереү тураһында: «Бер хоҡуҡ боҙоу ҙа язаһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш»

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәктең Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы ултырышын үткәрҙе. Ултырыш сауҙа-күңел асыу комплекстарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларына арналды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары, профилле министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, шулай уҡ сауҙа үҙәктәре вәкилдәре ҡатнашты.
– Кемероволағы фажиғә беҙҙең дөйөм ҡайғыбыҙға әүерелде, һәм ул һаман да йөрәкте һыҙлата. 25 марттағы ваҡиғалар янғын хәүефһеҙлеге һәм граждандарыбыҙҙың именлеге мәсьәләләренә яуапһыҙ ҡарау нимәгә килтерергә мөмкин икәнлеген йәнә бер тапҡыр асыҡ күрһәтте, – тине Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер бөтә илдә сауҙа-күңел асыу учреждениеларын тикшереү бара. Белгестәр халыҡ күп йөрөгән объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһе нисек ҡуйылғанлығын ентекле тикшерергә тейеш. Ошондай контроль рейдтары республикабыҙҙа ла әүҙем уҙғарыла.
Башҡортостан биләмәһендә дөйөм майҙаны 109 миллион квадрат метрлыҡ 26 меңгә яҡын сауҙа объекты эшләй, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе. Ошо 26 мең иҫәбендә – 705 ҙур сауҙа комплексы һәм үҙәк, уларҙың 453-ө – муниципаль райондарҙа, 252-һе – ҡала округтарында, шул иҫәптән яртыһы Өфөлә урынлашҡан.
Бөгөнгә контроль-күҙәтеү органдары 355 сауҙа үҙәген һәм башҡа халыҡ күп йөрөгән объекттарҙы тикшергән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуҙың 8 220 осрағы асыҡланған.
– Ошо күп ҡатлы бетон йәшниктәрҙә иртә таңдан алып кискә тиклем меңдәрсә кеше йөрөй, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ә был үҙәктәрҙә янғын сигнализацияһы, янғынды автоматик рәүештә һүндереү системалары йә эшләмәй, йә бөтөнләй юҡ. Эвакуация сығыу урындары бикле, хеҙмәткәрҙәр янғын ваҡытында нимә эшләргә кәрәклеген белмәй. Нимә көтәбеҙ һуң?! Кемероволағы кеүек фажиғәләр беҙҙе нимәгә өйрәтер?
Башҡортостан башлығы һүҙҙәренсә, илдә һәм республикала янғын хәүефһеҙлегенә бәйле хәлде тамырынан үҙгәртергә кәрәк.
– Кемероволағы ҡот осҡос янғындан барыһы ла һабаҡ алырға тейеш. Власть именлек өсөн яуап бирә. Төрлө кимәлдәге: ҡасаба, муниципаль, ҡала, республика власы. Шуға күрә беҙгә ошондай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн ҙур тырышлыҡ һалыу мөһим. Енәйәти хаталар һәм эшкә һалҡын ҡарауҙың хаҡы – кеше, күңелде иң әрнеткәне – бала ғүмере. Бынан да ҡәҙерлерәк нимә булыуы мөмкин?! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Күҙәтеү органдарының һәр талабы үтәлеүе, һәр етәксе, эксперт, белгес, тикшереүсе ошо мәсьәләләрҙе айырым контролдә тотоуы һәм әгәр ниндәйҙер хоҡуҡ боҙоуға юл ҡуйылған йәки уға «күҙ йомған» осраҡта язанан ҡасып булмаҫын белеүе зарур. Асыҡланған бер хоҡуҡ боҙоу ҙа язаһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдарына, профилле министрлыҡтарға, муниципалитеттарға халыҡ күп йөрөгән объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эште көсәйтеү бурысы йөкмәтелде. Ҡануниәтте артабан камиллаштырыу маҡсатында уҙғарылған тикшереү йомғаҡтарын анализларға кәрәк. Сауҙа үҙәктәре хужалары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар күрергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1145593-rustem-khamitov-o-proverkakh-torgovykh-tsentrov-ni-odno-vyyavlennoe-narushenie-ne-dolzhno-ostatsya-b/
Читайте нас: