Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2018, 10:25

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Геройҙары – лётчиктар һәм космонавтар менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Геройҙары – һынаусы космонавт Сергей Ревин, гражданлыҡ авиацияһы лётчигы, Рәсәй Хәрби-һауа көстәре подполковнигы Владимир Шарпатов һәм хәрби лётчик, Рәсәй Һауа-йыһан көстәре полковнигы Владимир Әлимов менән осрашты. Өфөлә улар Ю.А. Гагарин исемендәге Кубокка республика уҡыусылары олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләне.
Сергей Ревин – Рәсәйҙең (СССР-ҙың) 113-сө һәм донъяның 526-сы космонавты. 2012 йылдың май-сентябрь айҙарында ул «Союз ТМА-04М» пилотлы транспорт карабында йыһанға осто, унда 125 тәүлек булды.
Владимир Корпатов Ил-76 һауа судноһы командиры булған. 1995 йылдың 3 авгусында самолёты Кандагар (Афғанстан) янындағы аэродромға мәжбүри ултыртыла, ә уның экипажы әсирлеккә алына. Бер йыл һәм 13 көндән, 1996 йылдың 16 авгусында экипаж ҡаса. Был ваҡиғалар «Кандагар» нәфис фильмына нигеҙ булып ята.
Владимир Әлимов 1999 йылдың декабрендә Аргун тарлауығында боевиктар бәреп төшөргән Су-25 штурмовигы лётчиктарын эҙләү һәм ҡотҡарыу буйынса операцияны етәкләй. Эҙләнеү төркөмө бер нисә Ми-8 вертолетынан тора, уларҙың һәр ҡайһыһы 15-шәр десантсы ултыртып ала һәм тулғансы йөк менән тейәлә. Операция барышында төркөм боевиктар боҫҡонона эләгә. Машиналарҙың береһе бәреп төшөрөлә һәм ул ултырырға мәжбүр була. Көслө ут аҫтында Владимир Әлимов иптәштәренә ярҙамға бара һәм, вертолеты ныҡ ҡына боҙолоуға, ә йөк ауырлығы бөтә сиктәрҙе үтеүгә ҡарамаҫтан, ул яу яланынан экипажды һәм бәреп төшөрөлгән машина десантсыларын (39 һалдат һәм офицерҙы) сығара.
Базаға килгәндән һуң Әлимовтың вертолёты яраҡһыҙ тип таныла, ә корпусында 30-ҙан ашыу пуля уйымы иҫәпләнә.
Осрашыу барышында Рөстәм Хәмитов республикала буласаҡ инженерҙарға кәрәкле белем биреү өсөн балалар технопарктарын үҫтереү хаҡында һөйләне.
- Балаларҙы, егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы техникаға ылыҡтырыу өсөн күп нәмә эшләйбеҙ. Элек ул техник ижад түңәрәктәре булды, хәҙер улар кванториумдар тип йөрөтөлә, – тине республика Башлығы. – Шуныһы мөһим, уларҙа шөғөлләнеү, белем алыу өсөн шарттар булдырылған, йыһан, авиа һәм двигателдәр эшләү тематикалары бар. Асылда иһә, был бөгөнгө көнгә балаларҙы әҙерләү йәһәтенән етмәй ине. Иҡтисадсылар, юристар күп, ә инженерҙар аҙ. Ныҡлы, етди инженерҙар етмәй. Техник белем биреү генә түгел, ә үҫеп килгән быуынға патриотик тәрбиә биреү һорауҙарын да һеҙҙең менән берлектә алға ебәрербеҙ тип уйлайым. Был бик мөһим.
Үҙ сиратында, Сергей Ревин балалар араһында фәнде һәм инженер һөнәрҙәрен популярлаштырыу буйынса пландары менән уртаҡлашты.
- Беҙҙең Өфөлә «Гагарин үҙәге», уның нигеҙендә «Космоквантум», шулай уҡ Өфөлә һәм Благовещенда бер төркөм кванториумдар бар. Беҙ уларға булышлыҡ итәбеҙ, констультациялар үткәрәбеҙ, ныҡ ҡына аралашабыҙ. Шулай уҡ Дәүләкән районының Калиновка ауылында йәйге аэрокосмос мәктәбе бар. Космонавтар унда йәйге сменаға килә, балалар менән аралаша. Бер һүҙ менән әйткәндә, республикала йыһан һәм авиация «усаҡтары» бар. Унда балалар даими эшләй, космонавтар, һынаусы лётчиктар менән аралаша ала, – тине Рәсәй Геройы. – «Кванториум»дар, «Космоквантум»дарҙың техник тәьминәтен үҫтерәсәкбеҙ. Республикағыҙ ҙур, балалар күп. Шуға, әлбиттә, башҡа ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә лә бындай микрокванториумдар булһын ине. Бының өҫтөндә эште дауам итербеҙ. Бөтә был эштәрҙе төҙөп бөтөргә кәрәк. Бәлки, лагерҙарҙың береһендә «Артек», «Орлёнок» һәм «Сириус»тағы кеүек шундай сменаларға оҡшаш йыһан сменаһы ойоштороу өҫтөндә уйланырбыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1143380-rustem-khamitov-vstretilsya-s-rossiyskimi-lyetchikami-i-kosmonavtami-geroyami-rossii/
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: