07:30 (UTC+5), 03 Апрель 2018

Башҡортостандан ике проект «Гәлсәр компас» милли премияһына тәҡдим ителгән

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандан ике проект «Гәлсәр компас» VI милли премияһына тәҡдим ителгән.
Улар араһында Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһының Рәсәй география йәмғиәтенең Төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге хаҡында уртаҡ проекты – «Башҡортостан — минең планета» телеальманахы. Программала Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенең бөтә эре-эре проекттары һәм мөһим саралары – тәбиғәтте һаҡлау, белем биреү һәм аң-белем таратыу акциялары, экспедициялар яҡтыртыла. Бөгөнгә альманахтың 41-се тапшырыуы сыҡҡан.
Шулай уҡ төбәктән тәҡдим ителгән проекттар иҫәбендә – «Панорама Башкортостана» журналында Рәсәй география йәмғиәтен популярлаштырыуға, экологик проблемаларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә, тәбиғәтте һаҡлауға, Рәсәй география йәмғиәте эшмәкәрлеген һәм экспедицияларын яҡтыртыуға, географик һәм экологик белем биреүгә, йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән мәҡәләләр серияһы.
Әлеге ваҡытта «Гәлсәр компас» милли премияһы сайтында тауыш биреү бара, ул «Йәмәғәтселек таныуы» номинацияһында еңеүсене билдәләйәсәк. Проект өсөн 30 апрелгә тиклем тауыш бирергә мөмкин. Еңеүселәр 11 номинацияла һайлап алына, улар араһында «Ғилми ҡаҙаныш», «Баҫма», «Фотоэш».
Быйыл наградаға 327 проект һәм ҡаҙаныш дәғүә итә. Премияла ҡатнашыуға ғаризалар Рәсәйҙең 68 төбәгенән һәм донъяның 23 иленән, шул иҫәптән Австралиянан, Бөйөк Британиянан, Италиянан, Швециянан, Көньяҡ-Африка Республикаһынан, Япониянан килгән.
Белешмә. Милли география, экология, Рәсәйҙең тәбиғи һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу өлкәһендә «Гәлсәр компас» тәүге премияны Рәсәй география йәмғиәте 2012 йылда ойошторған. Милли награданы алыуға Рәсәй һәм донъя натуралистары, сәйәхәтселәре һәм экологтары дәғүә итә ала. Дәрәжәле награда илдең киләсәген, Ватандың милли байлығын һаҡлауға йүнәлтелгән иң яҡшы заманса ҡаҙаныштарҙы һәм практик проекттарҙы табыуға һәм уларға ярҙам итеүгә өндәлгән.
http://www.bashinform.ru/news/1138258-dva-proekta-iz-bashkirii-nominirovany-na-natsionalnuyu-premiyu-khrustalnyy-kompas/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика