Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2018, 10:23

Башҡортостанда Путиндың «игеҙәге» тауыш бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда 18 мартта Рәсәй Президентын һайлауға Путиндың «игеҙәге» килде. 67 йәшлек Юрий Широков Кушнаренко районы Первушин ауылындағы һайлау участкаһында тәүгеләрҙән булып тауыш бирҙе.
Урындағы ауыл Советының элекке башлығы, хәҙер иһә әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Юрий Широков тыуған ауылында, шулай уҡ тотош илдә барған хәл-ваҡиғаларға етди ҡарарға күнеккән. Һайлауҙа ҡатнашыу — илдә йәшәгән һәр кешенең бурысы, тип иҫәпләй ул.
Башҡортостанда Путинға оҡшаған кешенең йәшәүе тураһында 10 йыл элек үк һөйләй башлағайнылар.
2012-203 йылдарҙа, урындағы «Атна» гәзите (хәҙер был баҫма юҡ) уҡыусылары фекере буйынса, ул игеҙәктәр конкурсында еңеп сыҡҡайны.
http://www.bashinform.ru/news/1129910--dvoynik-putina-progolosoval-v-bashkirii/
Теги:һайлау
Читайте нас: