04:10 (UTC+5), 09 Февраль 2018

Республикала онкология ауырыуҙары менән көрәшеү буйынса программа әҙерләнә

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостанда онкология ауырыуҙары менән көрәшеү буйынса төбәк программаһы әҙерләнә. Уның ҙурлығы кисә Рөстәм Хәмитов үткәргән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышында тикшерелде.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова һүҙҙәренсә, 2018 йылда онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм ҡыҫҡартыу тармаҡ эшенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе буласаҡ, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
- 2014 йылда Федераль милли онкология программаһы тамамланды, уның сиктәрендә тейешле хеҙмәтте яңыртыу уҙғарылды. Онкология ауырыуҙары менән көрәшеү буйынса милли стратегия әлегә килешеү стадияһында, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әммә беҙгә төбәк кимәлендә онкология хеҙмәте эшмәкәрлеген көйләүсе норматив документтар ҡабул итеүҙе тикшерергә кәрәк. Һүҙ яман шешкә ҡаршы программа һәм онкология хеҙмәте үҫешенә булышлыҡ итеү, республикала онкология ауырыуҙарын дауалауҙы тәьмин итеү механизмдарын билдәләгән закон хаҡында бара.
Башҡортостанда онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса ғилми һәм норматив-хоҡуҡи база булдырыу перспективалары тураһында Башҡорт дәүләт медицина университетының Онкология ғилми-тикшеренеү институты директоры Шамил Ганцев һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, яман шеште иҫкәртеү һәм уны дауалау буйынса алға киткән алымдар уйлап сығарыу йәһәтенән республика тәжрибәһе федераль кимәлдә юғары баһалана һәм хәҙер әҙерләнеп ятҡан Онкология ауырыуҙары менән көрәшеү буйынса милли стратегияһының төп өлөшөнә инә.
Өфөлә асылған позитрон-эмиссия томография үҙәге яңы даирәгә сығыу өсөн ҡеүәтле этәргес булды. Республика ғалимдары тәҡдим иткән алдынғы онкология ауырыуҙарын дауалау технологиялары халыҡ-ара танылыу яуланы. Бөгөн Япония, Швейцария, Швеция, Дания, Ҡытай тикшеренеү институттары менән был юҫыҡта перспективалы хеҙмәттәшлек төҙөлгән. Унан бигерәк, Рәсәй һәм БДБ илдәренең медицина юғары уҡыу йорттары студенттары онкологияны Башҡорт дәүләт медицина университетында яҙылған дәреслектәр буйынса өйрәнә.
Республикала яман шешкә ҡаршы беренсе программа 1990-сы йылдар урталарында уҡ әҙерләнгән, әммә ҡабул ителмәгән. Уның төп фекерҙәре яңы документ нигеҙенә ятты,был эш дауам ителә әле. Тәҡдим ителгән программа онкология ауырыуҙарын иҫкәртеүгә һәм дауалауға, шулай уҡ ауырыуҙарҙы артабан реабилитациялауға йүнәлтеләсәк. Хәлде баһалауға, хәүеф төркөмөн һәм яман шештең башланғыс стадияһындағы ауырыуҙарҙы күҙәтеүгә, скрининг, реабилитациялау, паллиатив ярҙам мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Ауырыуҙы асыҡлауҙан амбулатор дауалай башлауға тиклемге осорҙо 10 көнгә саҡлы ҡыҫҡартыу мөһим, тип билдәләне Шамил Ганцев.
Өфө дәүләт авиация университетының Перспективалы материалдар физикаһы ғилми-тикшеренеү институты директоры Руслан Вәлиев онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау өсөн башҡа фән тармаҡтарын ҡулланырға тәҡдим итте. Атап әйткәндә, ул етәкләгән Ғилми-тикшеренеү институты медицина учреждениелары заказдары буйынса кәрәкле импланттар уйлап табырға һәм сығарырға әҙер. Рөстәм Хәмитов фәндәр араһындағы эшмәкәрлектең әһәмиәтен билдәләп, был фекерҙе хупланы.
http://www.bashinform.ru/news/1114637-v-bashkortostane-razrabatyvaetsya-programma-po-borbe-s-onkologicheskimi-zabolevaniyami/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика