Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
87.8
-0.1
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2018, 12:00

Ватандаш табиптарҙы Башҡортостанға ҡайтарыу – яҡшы фекер, әммә программа еренә еткереп эшләүҙе талап итә – эксперт

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан власы сит илдә йәшәүсе ватандаштарҙы республикаға үҙ ирке менән күсереүгә булышлыҡ итеү буйынса ярҙамсы программаны раҫланы. Атап әйткәндә, һүҙ һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре хаҡында бара.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, программаны тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан йылына 2,5 миллион һум бүленә, тағы 500 мең һум федераль бюджеттан йүнәлтеләсәк. Башҡортостанға йыл һайын дәүләт программаһында ҡатнашыусы 60 кешене һәм 120 уның ғаилә ағзаһын күсереү күҙаллана.
Был программаны Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралығы кафедраһы мөдире Илшат Рысаев изге ниәттәр ҡарашынан ҡыҙыҡлы тип атаны. Ватандаштарҙы ҡайтарыу дәүләт программаһы Рәсәйҙә 2006 йылдан эшләй, тип хәтергә төшөрҙө. Статистика күрһәтеүенсә, унда күбеһенсә элек Советтар Союзында йәшәгән, СССР тарҡалғандан һуң Ҡаҙағстанда, Украинала һәм башҡа яҡындағы сит илдәрҙә ҡалған кешеләр ҡатнаша.
«Уларҙың һөнәри квалификацияһы ҡарашынан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аныҡ ҡына мәғлүмәттәр юҡ, — тип билдәләне Илшат Рысаев. — Башҡортостанға ватандаш табиптарҙы ҡайтарыу – үҙенә бер төрлө яҡшы фекер. Әммә бер төркөм һорау килеп тыуа. Беренсенән, һәйбәт табиптар сит илдә лә яҡшы эшкә урынлаша ала, айырыуса урта медицина персоналы. Оҙаҡ ваҡыт Көнбайыш Европала эшләгән кеше булараҡ быны дәлилләй алам. Уныһынан дә бигерәк, бөгөнгө көнгә табиптарыбыҙҙың эш хаҡы кимәле, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, яҡшыраҡ булыуҙы талап итә.
Бынан тыш, ярҙамсы программала, тәү сиратта, ниндәй медицина белгестәрендә мохтажлыҡ кисереүебеҙ яҙылмаған.
Шулай уҡ күскенселәрҙе һәм уларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырыу урыны хаҡында, нисек торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе аңлайышһыҙ ҡала. Моғайын, был төп мәсьәлә.
Шуға республикала туғандары булған билдәле кешеләр менән адреслы эшләмәһәк, был ярҙамсы программаны тормошҡа ашырыу ҡатмарлы буласаҡ.
Бынан тыш, Башҡортостанға күсергә теләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә был мәғлүмәтте нисек еткерергә.
Ярҙамсы программаны ғәмәлгә ашыра башларға һәм уның барышында төҙәтмәләр индерергә, өҫтәмә ташламалар, түләүҙәр ҡарарға мөмкин».
Төбәк һаулыҡ һаҡлауы юғары квалификациялы белгестәрҙә мохтажлыҡ кисерһә, уларҙы үҙебеҙҙе әҙерләү яҡшыраҡ, мөмкинлектәр бар, икенсенән – улар китмәһен өсөн барыһын да эшләргә, ти Илшат Рысаев.
«Шул уҡ аҡсаны үҙебеҙҙә белгестәр әҙерләүгә тотонғанда, минең ҡарашҡа, уңышлыраҡ буласаҡ», — тип айырып әйтте Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының дәүләт һәм муниципаль идаралығы кафедраһы мөдире.
http://www.bashinform.ru/news/1114192-vernut-v-bashkiriyu-vrachey-sootechestvennikov-ideya-neplokhaya-no-programma-trebuet-dorabotki-ekspe/
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: