05:00 (UTC+5), 30 Января 2018

Республиканан биш кеше географик диктантты «бишле»гә яҙған

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандан биш кеше географик диктантты «бишле»гә яҙған, 22 кеше 96 һәм унан күберәк балл йыйған, тип хәбәр иттеләр Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенән.
«Географик диктант-2017» халыҡ-ара мәғариф акцияһы 2017 йылдың 26 ноябрендә Рәсәй төбәктәрендә һәм донъяның 25 илендә үтте.
Географияла үҙ белемен 260 меңдән ашыу кеше тикшергән, бер йыл алдан 187 мең ҡатнашыусы булған. Рәсәйҙә – 147 мең тирәһе, сит илдән ике меңдән ашыу кеше диктант яҙған.
Башҡортостан илдең иң әүҙем төбәктәренең береһе тип һаналған, 17 350 республикала йәшәүсе акцияла ҡатнашҡан, 207 майҙансыҡ ойошторолған.
Рәсәй буйынса 447 кеше иң күп 100 балл алған. Йөҙ балсылар буйынса алдынғы төбәктәр – Санкт-Петербург (78 кеше), Мәскәү (75), Тверь өлкәһе (37). 310 кеше тест өсөн нуль балл алған.
Республика буйынса еңеүселәрҙе 9 февралдә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86 адресы буйынса иртәнге сәғәт 11-ҙә Рәсәй география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһенең йыллыҡ отчет йыйылышында бүләкләйҙәр.
http://www.bashinform.ru/news/1109929-geograficheskiy-diktant-na-otlichno-napisali-pyat-zhiteley-bashkirii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика