11:17 (UTC+5), 17 Января 2018

Өфөлә өс йыл дауамында юл-транспорт фажиғәләре кәмей

avto-life.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Һуңғы өс йылда Өфөлә юл-транспорт ваҡиғалары кәмей, тип хәбәр иттеләр ҡала автоинспекцияһынан. Уҙған йылда баш ҡалала 1775 юл фажиғәһе (2016 йылға ҡарағанда 83-кә аҙыраҡ) теркәлгән, 47 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан һәм 2176-һы йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаларының киң таралған төрө — бәрелешеү: 799 осраҡ, 14 кеше һәләк булған, 1144-е зыян күргән. 25 кешенең ғүмере тәгәрмәс аҫтында өҙөлгән.
Йыш таралған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары — туҡтау һыҙатын уҙып китеү һәм йәйәүлеләрҙе үткәрмәү. 5,5 меңдән ашыу водитель рулдә эскән килеш тотолған, уларҙың 700-ө иҫерек йөрөгән өсөн танытмаһынан мәхрүм ителгән булған.
«Дөйөм алғанда, кешеләр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгәндә яуаплыраҡ була башланы. Социаль селтәрҙәрҙә беҙ ҡулланыусыларҙың төрлө хәүефле хәлдәрҙең видеояҙмаһын һалыуын даими күрәбеҙ, шул рәүешле улар проблемаға битараф булмауҙарын күрһәтә», — тине Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының ЮХХДИ бүлеге начальнигы Илнур Садиҡов.
http://www.bashinform.ru/news/1104623-v-ufe-v-techenie-trekh-let-umenshaetsya-chislo-dtp/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика