02:30 (UTC+5), 16 Января 2018

Дәүләт Думаһы туған-тыумасаларҙы реанимацияға индереү-индермәү мәсьәләһен хәл итәсәк

emcmos.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һағы нигеҙҙәре тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекты тапшырылды. Ул медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттың туған-тыумасаларын һәм вәкилдәрен реанимацияға йәки интенсив терапия палатаһына индерергә бурыслы итә. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары яҙа. Әлегә ауыр хәлдәге пациенттарға уларҙы күрергә килеүселәрҙе индереү-индермәү мәсьәләһен дауахана етәкселеге хәл итә.
«Газета.ру» баҫмаһы белгестәре былай тип аңлата: Рәсәйҙә санитария режимы стериллек иҫәбенә һаҡлана (икенсе илдәрҙә дауаханаға ингәндә зарарһыҙландыралар). Шуға күрә был законға махсус шарттар әҙерләргә тура киләсәк. Дөйөм алғанда, һорау алғандарҙың күбеһе пациент өсөн яҡындарының ярҙамы бик мөһим, шуға ауырыу янына инеүгә рөхсәт бирергә кәрәк тип иҫәпләй.
http://www.bashinform.ru/news/1103813-gosduma-reshit-stoit-li-puskat-rodstvennikov-v-reanimatsiyu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика