09:00 (UTC+5), 28 Декабря 2017

Башҡортостанда 94 ауыл дауаханаһы интернетҡа тоташҡан

sev.life
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда 94 медицина ойошмаһы бүлексәһе сүс-оптик элемтә линиялары буйынса интернетҡа тоташҡан. Был Рәсәй президенты йөкләмәләрен үтәү маҡсатында эшләнә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Уларҙы килешеү төҙөлгән «Ростелеком» компанияһы башҡара.
Шул рәүешле, федераль проектҡа ингән ауыл участка дауаханалары, табип амбулаторийҙары, дөйөм практика табиптары бүлектәре секундына кәмендә 10 Мбит тиҙлектәге интернетҡа тоташты. Инфраструктура был бүлекселәргә Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһы менән тулы ҡеүәттә ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк. Был медицина ярҙамын күрһәтеүҙең сифатын күтәреү өсөн табипҡа яҙылыуҙы ябайлаштырасаҡ, мәғлүмәт эшкәртеүҙе тиҙләтәсәк һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә өр яңы технологиялар менән ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк.
Федераль проект сиктәрендә 2018 йылдың аҙағына тиклем күбеһенсә ауыл ерендә урылашҡан республиканың 230 медицина ойошмаһы бүлексәһен юғары тиҙлектәге интернет менән тәьмин итеү күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1099202-v-bashkirii-k-seti-internet-podklyucheno-94-selskie-bolnitsy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика