Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Декабрь 2017, 11:00
Башҡортостанда иң һуңға ҡалған никах: кейәүгә 93 йәш
автор
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында никахлашырға теләгән 93 йәшлек ир-егеттең һәм 78 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙың быйыл иң өлкән ғаилә булыуы хаҡында һөйләнеләр. Шулай уҡ ведомствола айырылышҡан иң өлкән ирле-ҡатынды атанылар. Ир кешегә – 91, ҡатынға – 82 йәш.
Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар 25-34 йәштәрҙә әүҙем ғаилә ҡора. Шулай уҡ айырылышыу осраҡтары ла күбеһенсә ошо йәш арауағына тура килә.
Республиканың ЗАГС органдары мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ағымдағы йылдың туғыҙ айында 22 313 пар мөнәсәбәтен теркәгән, 11 539 ғаилә тарҡалған.
http://www.bashinform.ru/news/1094665-samyy-pozdniy-brak-v-bashkirii-zhenikhu-93-goda-/
Автор:
Гөлфиә Акулова
Теги:
никах теркәү
айырылышыуҙар
загс
Читайте нас: