04:30 (UTC+5), 31 Октября 2017

Владимир Путин йәйәүлеләрҙе һәм велосипедсыларҙы үткәрмәгән өсөн штрафты арттырҙы

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президенты Владимир Путин йәйәүлене үткәреүҙән баш тартҡан өсөн автомобилселәргә штраф күләмен 2,5 мең һумға тиклем арттырыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Административ кодекстағы үҙгәрештәргә ярашлы, «йәйәүлеләргә, велосипедсыларға һәм башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға юл биреү юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талаптарын үтәмәү» өсөн яңы штраф дәүмәле билдәләнде. Хәҙер ул 1,5 - 2,5 мең һум тәшкил итәсәк.
Алдан был ҡағиҙәне боҙған өсөн штраф 1,5 мең һум ине.
«Известия» гәзитенең мәғлүмәттәре буйынса, ағымдағы йылда ғына йәйәүлеләрҙе бәрҙереп китеү менән бәйле Рәсәйҙә 28 меңдән ашыу юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙан водителдәрҙең ғәйебе буйынса – 16,8 мең, ә йәйәүлеләрҙең ғәйебе буйынса 11,6 мең авария булған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика