05:00 (UTC+5), 23 Октября 2017

Республиканың өс вузы Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары уҡыу йорто исемлегенә ингән

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республиканың юғары уҡыу йорттары Рәсәй һәм халыҡ-ара рейтингтарҙа лайыҡлы урындарҙы биләй. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән юғары уҡыу йорттары етәкселәренең осрашыуында Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин һөйләне.
«Эксперт» рейтинг агентлығының мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостандың өс университеты – Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты – Рәсәйҙең 100 иң яҡшы юғары йорто иҫәбенә инә. Бынан тыш, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты Рәсәй вуздарының тәүге 50 уйлап табыу әүҙемлеге рейтингына ингән.
Республика вуздары халыҡ-ара рейтингтарҙа ла бар. Мәҫәлән: Өфө дәүләт авиация техник университеты Шанхай глобаль вуздар рейтингына индерелгән. Ә Өфө дәүләт нефть техник университеты үҫешкән Европа һәм Азия илдәре араһында 200+ халыҡ-ара университеттарының QS рейтингында.
Николай Морозкин билдәләүенсә, республиканың юғары уҡыу йорттары баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәр һаны, цитата килтереү, интеллектуаль эшмәкәрлекте коммерциялаштырыу буйынса хатта бер төркөм федераль һәм ғилми-тикшеренеү университеттарын уҙып, уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғары тора. Башҡортостан диссертация советтарының иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында дүртенсе урынды биләй.
Башҡорт дәүләт университеты ректорының һүҙҙәренсә, республиканың төп юғары уҡыу йорттары оҙаҡ ваҡытлы эре проекттарға эйә. Атап әйткәндә, Өфө дәүләт нефть техник университеты – нефть-газ машина эшләү инжиниринг үҙәген булдырыу һәм үҫтереү (финанслау күләме – 546 миллион һум), Башҡорт дәүләт университеты – биотарҡалған полимерҙар технологияһын уйлап сығарыу (380,5 миллион һум), Башҡорт дәүләт педагогия университеты ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләү (200 миллион һумдан ашыу) менән шөғөлләнә.
- Бөгөн университеттарға, белгестәр әҙерләү сифатына юғары талаптар ҡуйыла. Халыҡтың баһаһынан тыш, милли, халыҡ-ара рейтингтар барлығын аңлайбыҙ. Университеттарҙы рангтарға бүлеү бара, уларҙың эшен баһалауға яңы алымдар бар. Әлбиттә, уларҙан үрнәк алырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың аҡрынлап, әммә ышаныслы рәүештә иерархия баҫҡысы буйлап рейтингтарҙа күтәрелеүе ҡыуандыра. Бындай һәр хәрәкәтте гел генә айырым хис-тойғо менән ҡабул итәм. Вуздарыбыҙҙың ошо бөтә исемлектәрҙә һәм рангтар тураһындағы табелдәрҙә тейешле урындарҙы биләүен теләйем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика