06:34 (UTC+5), 19 Октябрь 2017

Баш ҡалала «Лимондар бунты» уҙғарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 21 октябрҙә «Йәшелдәр» партияһының төбәк бүлексәһе баш ҡалабыҙҙа, Өфө лимонарийын яҡлап, «Лимондар бунты» тигән сара уҙғара. Был хаҡта партия рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова хәбәр итте.
Бына нисә йыл инде Өфө урман-техник техникумының уҡыу-тәжрибә хужалығы тирәләй бәхәс тынмай. Эш шунда: 2015 йылда 25 йыллыҡ тарихы булған уникаль үҙәк хужалыҡҡа махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреүҙе һорап ғариза яҙғайны. Бында цитрустарҙың яңы сорттарын сығарыу һәм үҫтереү технологияларын өйрәнәләр. Ләкин иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренең төрлө булыуына бәйле тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыу процесы туҡтатылды. Дәүләт урман реестры мәғлүмәттәре буйынса, лимонарий биләмәһе — федераль милектең урман фонды ерҙәренә, Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәтенсә иһә тораҡ пункттарҙың ерҙәренә ҡарай. Ғалимдар һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫтергән гектарҙарға хәҙер ҡала төҙөүселәре дәғүә итә.
Өфө лимонарийының яҙмышына битараф булмағандарҙы шәмбе көндөҙгө сәғәт 12-гә Спорт һарайы алдындағы майҙанға саҡыралар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика