13:11 (UTC+5), 12 Октября 2017

Башҡортостанда бешмә ауырыуы буйынса карантин зонаһына тәүге гуманитар ярҙам ебәрелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты 11 октябрҙә Туймазы районына бешмә ауырыуы буйынса карантин зонаһына гуманитар ярҙам менән беренсе «ГАЗель» оҙатты. Машинала ғаиләләргә ультрапастеризацияланған һөт килтерҙеләр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса 9 октябрҙә карантин биләмәһендә күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә биш мең һум күләмендә аҡса түләү башланды. Бөгөнгә ике ауылда күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән 89 ғаилә ошондай ярҙам алды ла инде.
«Әле гуманитар ярҙамдың икенсе партияһын булдырыу буйынса етештереүселәр һәм сауҙа селтәрҙәре менән эш дауам итә, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова. — Беҙ һәммәһен дә бешмә ауырыуынан зыян күргән ауылдарҙа йәшәүселәрҙе һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ».
Бөгөн Йәрмөхәмәт һәм Үрмәкәй ауылдары һөт ризыҡтарына бик мохтаж. Ошо тораҡ пункттарҙың халҡына зарарланған һуңғы мал һуйылған йәки юҡ ителгәндән алып 21 көн буйына карантин зонаһында йәшәргә тура киләсәк.
Ҡайһы бер эшҡыуарҙар ауыл магазиндарын һөт ризыҡтары менән тәьмин итеү өсөн өҫтәмә килешеү төҙөгән дә инде.
Туймазы районы халҡы өсөн гуманитар ярҙам булдырыуҙа ҡатнашырға теләгәндәрҙе (34782) 7-12-98 (район хакимиәтенән Гөлшат Хәйҙәрова) йәки 8 (347) 218-09-82 (республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Владлена Елышева) телефондары буйынса мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар.
5 октябрҙә Башҡортостандың Туймазы районына ингән ерҙә постар ҡуйылды. Белгестәр һәр автомобилде тикшерә һәм бешмә буйынса ғәҙәттән тыш хәл индерелгән биләмәне дезинфекциялай. Республика властары хәүефле сирҙән зыян күләмен иҫәпләп сығарған да инде. Ул яҡынса 40 миллион һум тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика