Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.33
-0.29
92.73
-0.71
62.51
+0.52
5+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2017, 10:45
11 октябрҙе ҡайҙа билдәләргә: Башҡортостандың баш ҡалаһында Республика көнөн байрам итеү урындары
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 11 октябрҙә баш ҡаланың барлыҡ райондарында Республика көнө уңайынан күмәк мәҙәни саралар ойошторола.
Бөтәһенән дә алдараҡ, иртәнге сәғәт 11-ҙә Ленин районының «Тулҡын» паркында «Беҙ сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн!» байрам акцияһы башлана.
Төштән һуң өфөләрҙе бер нисә концерт майҙансығында көтәләр.
Мәҫәлән, Дим мәҙәниәт һәм ял паркында «Башҡортостан, тыуған төйәгем!» байрам программаһы эшен башлай.
Шул уҡ ваҡытта Киров районында Салауат Юлаев майҙанында «Минең уңышым – Башҡортостан уңышы!» байрам сараһы асыла.
Орджоникидзе исемендәге майҙанда «Сәскә ат, Башҡортостаным!» байрам сараһы старт ала.
Октябрь районында «Тылсымлы донъя» мәҙәниәт һәм ял паркында көндөҙгө сәғәт 12-лә «Сәскә ат, Башҡортостан» байрам программаһы уҙа.
Көндөҙгө сәғәт 1-ҙән Калинин һәм Совет райондарында күмәк мәҙәни саралар үткәреү күҙаллана.
Уларҙың тәүгеһендә байрам «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында үтә. Бында барлыҡ теләүселәр «Башҡортостан – тыуған бишегем!» концерт программаһын ҡарай ала.
Совет районында көндөҙгө сәғәт 1-ҙән И. Яҡутов исемендәге паркта Республика көнөнә арналған концерт-уйын программаһы башлана.
Автор:
Галина Бахшиева
Теги:
республика көнө
Читайте нас