Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.19
+0.14
93.01
+0.5
66.95
+0.06
26+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2017, 11:00
Рәсәй күгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге самолет осасаҡ
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Аэрофлот» авиакомпанияһының пассажирҙар ташыусы авиалайнерҙарының береһе – яңы Sukhoi Superjet 100 самолеты Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим хөрмәтенә аталды.
Һауа судноһына Мостай Кәримдең исемен биреү башланғысы менән «Аэрофлот» етәкселегенә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны. Һуңғараҡ уны компания идараһы хупланы һәм раҫланы, Мостай Кәримдең исеме фюзелаждың алғы өлөшөнә яҙылды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда республика үҙенең ойошторолоуының 100 йыллығын билдәләй. Ошо тарихи ваҡиғаны билдәләү тураһындағы ҡарарға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Ошо уҡ йылда танылған Рәсәй һәм Башҡортостан классигы, яҙыусы, драматург һәм публицист Мостай Кәримдең быуат юбилейы билдәләнәсәк. Ул үҙенең ижады менән Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаны. Уның исеме Рәсүл Ғамзатов һәм Сыңғыҙ Айтматов кеүек СССР-ҙың арҙаҡлы милли әҙәбиәт вәкилдәре менән бер рәттә тора. Был ваҡиға буйынса тантаналар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында ла уҙасаҡ.
2002 йылдан «Аэрофлот» самолеттары «Валерий Чкалов», «Владимир Высоцкий», «Илья Мечников», «Николай Рерих», «Игорь Курчатов», «Сергей Королёв» кеүек һәм башҡа бөйөк рәсәйҙәрҙең исемен йөрөтә.
Автор:
Эльмира Сабирова
Теги:
мостай кәрим
хәтер
Читайте нас: