Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.17
-0.28
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2017, 08:18

Инновациалы ижад үҙәге, Күмерселәр һарайы һәм «яңы» иҫке парк: Рөстәм Хәмитовҡа Күмертау моноҡалаһының нисек үҙгәреүен күрһәттеләр

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. 19 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе ҡала халҡын бер юлы өс байрам: Ҡала көнө, Күмертау авиация етештереү предприятиеһының 55 йыллығы һәм Рәсәй Һауа флоты көнө менән ҡотланы. Һуңғы икеһе «моноҡала халҡының» тормошона тығыҙ бәйләнгән – завод ҡаланы булдырыусы предприятие булып тора.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылда Рәсәй Хөкүмәте «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» өҫтөнлөклө программаһын раҫланы. Уның төп маҡсаттары – моноҡалаларҙың бойондороҡлолоғон ҡаланы булдырыусы предприятиеларҙың эшмәкәрлегенән кәметеү. Бының өсөн яңы эш урындарын булдырырға, инвестиция йәлеп итеүсәнлеген күтәрергә, ҡала мөхитенең сифатын яҡшыртырға кәрәк. Һуңғы мәсьәләне хәл итеүгә «Биш төҙөкләндереү аҙымы» программаһы өндәлгән.
Күмертауҙа «Биш аҙым» сиктәрендә, мәҫәлән: өс паркты яңыртыу һәм боҙ майҙансығын төҙөү күҙалланған. Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү проекты менән танышты.
Күмертау хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары Юрий Куровтың һүҙҙәренсә, Гагарин исемендәге парк бер юлы бер нисә программала ҡатнаша, мәҫәлән: «Заманса ҡала мөхитен булдырыу», урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы, «Бәләкәй ҡала парктары». Улар буйынса ҡала 18 миллион һум самаһы йәлеп итә алды. Төҙөкләндереү проектын «Стрелка» консалтинг бюроһы әҙерләгән. Ул дөйөм төҙөкләндереүҙе – урамды яҡтыртыуҙы һәм юл ҡапламын алмаштырыуҙы, эскәмйәләр ҡуйыуҙы, йәшелләндереүҙе һәм башҡа «мотлаҡ» элементтарҙы ғына түгел – паркты зоналарға бүлеүҙе лә күҙ уңында тота. Авторҙарҙың уй-фекеренсә, парк йәшенә һәм мауығыуҙарына ҡарамаҫтан бөтә ҡала халҡы өсөн дә ҡыҙыҡлы булырға тейеш: бында балалар өсөн атракциондар ҡуйырға, үҫмерҙәр өсөн скейт-парк төҙөргә, өлкәндәр өсөн беседкалар һәм әүҙем ял яратыусылар өсөн спорт майҙансыҡтарын ойошторорға йыйыналар.
Яңыртыу эштәре әлегә башланмаған – кәрәкле һатып-алыу процедуралары уҙғарыла.
Шулай уҡ республика Башлығы Күмерселәр һарайының – Күмертауҙа төп мәҙәни үҙәктең капиталь ремонт сифатын баһаланы. Тап ошонда ҙур ҡала һәм республика саралары үткәрелә. 60 йылдан элек төҙөлгән бина өсөн хәҙерге ремонт тәүге булды. Эштәр тамамланған, кәрәк-яраҡ, ут һәм аудиоҡорамалдар һатып алырға ғына ҡалған.
Яңыртылған Күмерселәр һарайы буйлап Башҡортостан Башлығы өсөн экскурсия уҙғарған Мәҙәниәт һарайы директоры Сергей Әбләҡимовтың һүҙҙәренсә, реконструкция барышында эске йорт йыһазын мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырышҡандар. Рөстәм Хәмитов башҡа дизайн варианттарын ҡарарға һәм ғәҙәти әүәләүҙе заманса элементтарға алмаштырырға кәңәш итте.
Күмертауға эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы 2017 йылдың апрелендә асылған Инновациялы йәштәр ижады үҙәгендә лә булды. Инновациялы йәштәр ижады үҙәге Балалар ижады үҙәге нигеҙендә барлыҡҡа килгән балалар технопаркы модулдәренең береһе булды. Уны булдырыуға аҡса федераль, республика һәм муниципаль бюджеттарынан бүленгән.
Инновациялы йәштәр ижады үҙәге директоры Марина Пузиктың һүҙҙәренсә, Үҙәктә бөтә кәрәкле техника менән йыһазландырылған прототиплы һәм 3D-баҫтырып сығарыу, электроника һәм мехатроника, робототехника, ҡойоу технологиялары һәм материалдар алып барыу лабораториялары эшләй. Оҙаҡламай бында IT-лаборатория ла барлыҡҡа килергә тейеш, унда балалар ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре менән шөғөлләнәсәк.
Рөстәм Хәмитов каникулдарға ҡарамаҫтан лабораторийҙарҙа шөғөлләнеүсе Үҙәк уҡыусылары менән аралашты. Балалар һәм уларҙың етәкселәре республика Башлығына 3D-принтерында баҫылыусы истребителдәрҙе, Леонардо да Винчи вертолеты прототибын һәм ҡойоу эшендә файҙаланылған мейесте күрһәтте.
Бөгөн республикала ошоға оҡшаш 13 учреждение бар: улар - Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Мәләүездә, Сибайҙа, Аҡъярҙа, Мәсәғүттә һәм Күмертауҙа. Шуға Башҡортостан Башлығы дөйөм һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды.
«Миңә нимә менән шөғөлләнеүегеҙ мөһим, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов Инновациялы йәштәр ижады үҙәге директорына. — Тышҡы яғы мине ҡыҙыҡһындырмай. Миңә быларҙың нисек ҡоролоуын, эштең ни тиклем дөрөҫ алып барылыуын һәм нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңларға кәрәк».
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2016 йылдың йомғаҡтары буйынса Күмертау илдең тәүге ун моноҡалаһы исемлегенә инде. Уҙған йылдың декабрендә ҡала Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусына эйә булды.
Автор:Дарья Петрова
Читайте нас: