Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2017, 05:56

Башҡортостан Башлығы Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә сығыш яһаны

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөләге Конгресс-холда 12 августа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһенең пленар ултырышында сығыш яһаны. Йыл һайын уҙғарылған уҡытыусылар кәңәшмәһенең төп темаһы Башҡортостанда тәрбиәү биреү системаһын камиллаштырыу булды.
Сарала төбәктең министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, федераль власть органдары белгестәре, республиканың муниципаль район хакимиәте башлыҡтары, белем биреү учреждениелары директорҙары һәм йәмәғәтселек вәкилдәре – бөтәһе 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
«Ғәҙәттәгесә август айында, яңы уҡыу йылы башланыр алдынан, республика уҡытыусылар советына йыйылабыҙ, —тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Башлығы мәғариф кәңәшмәһендә ҡатнашыусыларға. — Бергәләп мәғариф системаһын үҫтереү проблемаларын һәм бурыстарын, уларҙы хәл итеү юлдарын тикшерәбеҙ. Был идара итеүселәр, уҡытыусылар, ата-әсәләр йәмәғәтселеге өсөн, һис шикһеҙ, мөһим. Айырыуса хәҙер, мәғариф тармағында үҙгәрештәр булған саҡта. Уларҙы оператив рәүештә хәл итергә һәм үҙ кимәлдә улар менән дөрөҫ идара итергә кәрәк. Бөгөнгә стратегик бурыс – мәғариф системаһын заманса рельстарға күсереү, уны йәмғиәт тормошоноң бөтә яҡтарын яңыртыу локомотивына үҙгәртеү».
Бөгөн үҫеп килгән быуында компьютер белемлелеген, кәрәкле мәғлүмәтте таба һәм ҡуллана, ҙур мәғлүмәттәр күләме менән эшләй белеү, системалы фекер йөрөтөү һәм технологик эшләү һәләтен булдырыу мөһим. Уға мәктәп партаһы артында ғына түгел, дистанцион рәүештә, онлайн-дәрестәрҙә, уҡытыу һәм ижади үҙәктәрҙә, йәштәр өсөн технологик парктарҙа, фаблабтарҙа ла өйрәнергә мөмкин.
Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, күбеһенсә ятлауға нигеҙләнгән хәҙерге мәктәп бер нисә йылдан яңы бурыстарҙы атҡара алмаясаҡ.
«Һөнәрҙәге, тормоштағы уңыш өсөн сираттағы имтиханды тапшырыуға уҡытыусының уҡыусы башына һалған белем түгел, ә уның быларҙы ни тиклем ғәмәлдә ҡуллана белеүе мөһимерәк. Академик белем яғынан Рәсәй мәктәптәрендә уҡыусыларҙың барыһы ла яҡшы. Уларҙы ҡулланыу йәһәтенән, ҡайһы берҙә атҡарырға кәрәк эштәр бар, — тине республика Башлығы. — Заманса саҡырыуҙарға һөҙөмтәле яуап бирер өсөн мәғариф ойошмаларының эшмәкәрлеген үҙгәртеп ҡорорға, уларҙы яңы эш нигеҙҙәренә күсерергә кәрәк. Федераль кимәлдә илебеҙ Президенты, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте, Мәғариф һәм фән министрлығы мөһим аҙым яһай».
Шул йәһәттән мәктәптәрҙе муниципаль кимәлдән дәүләткә тапшырыу аша дөйөм белем биреүҙең идара итеү системаһын һәм финанслауҙы үҙгәртеп ҡороу мәсьәләһе ҡарала. Дәреслектәрҙең эслеген, уларҙы әҙерлеү тәртибен камиллаштырыу, экспертиза һәм федераль исемлеккә индереү хаҡында белдерелгән. Был исемлектә мең ярым самаһы исем. Төп фәндәр буйынса ике, иң күберәге өс нигеҙле һәм төплө дәреслектәр линияһы буласаҡ. Төбәктәрҙә өҫтәмә белем биреүҙең һөҙөмтәле һәм асыҡ системаһын ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә. Конструкция төҙөү һәм программа әҙерләү буйынса ғилми-техник ижадты үҫтереү, түңәрәктәрҙе арттырыу күҙаллана.
«Йыл һайын республика мәғариф системаһына бик күп аҡса бүлә – 30 миллиард һумдан ашыу. Ул бөтә бюджет сығымының өстән бер өлөшө. Был аҡсаға яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә, йүнәтеү эштәре башҡарыла, компьютер кластары һәм спорт залдары йыһазландырыла, мәктәп автобустары һатып алына, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы түләнә, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. — Белем биреүгә ҙур аҡсалар бүлеп, тәү сиратта, беҙ һөнәри эшмәкәрлектә ярайһы уҡ ҡаҙаныштар, мәғариф ойошмалары эшенең сифат күрһәткестәре формаһында юғары һөҙөмтәләргә иҫәп тоторға хоҡуҡлы».
Һуңғы йылдарҙа БДИ һөҙөмтәләре күҙгә күренеп яҡшырҙы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Бөтә фәндәр буйынса уртаса балдар юғарыраҡ булды. Насар билдәләр кәмене, юғары баллы сығарылыш уҡыусылары артты.
«Әммә йомғаҡлау аттестацияһының һөҙөмтәләре буйынса ғына, шул иҫәптән менеджмент өлкәһендә мәғариф системаһының ни тиклем заманса талаптарға яҡынайыуын баһалау ауыр, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. — Тармаҡ менән идара итеүгә проект технологияларын индереү электрон уҡытыуҙы үҫтереү, мәктәп уҡыусылары өсөн заманса белем биреү мөхитен, асыҡ өҫтәмә белем биреүҙе, юғары уҡыу йорттарында инновациялар үҙәктәре булдырыу һәм алдынғы технологиялар өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса федераль программаларҙы уңышлы тормош ашырыу өсөн айырыуса мөһим. Республиканың Мәғариф министрлығына уларҙа һалынған маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәүҙе тәьмин итергә кәрәк».
Автор:Ксения Калинина
Читайте нас: