02:35 (UTC+5), 07 Августа 2017

Республикала башҡорт телен дистанцион уҡытыу системаһы барлыҡҡа киләсәк

автор
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары башҡорт телен электрон уҡытыу курсын әҙерләү өҫтөндә эшләй. Яңы белем биреү платформаһының прототибын яңы уҡыу йылы башына уҡ тәҡдим итергә күҙаллайҙар.
Курс авторҙары билдәләүенсә, хәҙер башҡорт телен тел әҙерлеге кимәленә, йәшенә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан теләгән һәр кем өйрәнә аласаҡ. Был турала уның исеме лә һөйләп тора – Халыҡ-ара башҡорт телен дистанцион уҡытыу системаһы. Әлегә платформа рус телендә генә ғәмәлгә ашырылған, башҡорт һәи инглиз телдәрендә оҡшаш программаларҙы әҙерләү киләһе аҙым булып торасаҡ, башҡа телдәргә тәржемә «талап буйынса» башҡарыласаҡ.
Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситованың һүҙҙәренсә, уҡытыу программаһына ябай уҡыу һәм әйтелеш ҡағиҙәләрен өйрәнеүҙән алып башҡорт телендә һөйләшеү һәм уны аңлау һәләтенә тиклем өс кимәл инә. Көҙгөһөн башланғыс кимәлдең һынау версияһын күрәсәкбеҙ, әлеге ваҡытта платформаны әүҙем рәүештә «эслек» менән тултыралар.
Курс өҫтөндә эш бер нисә йыл дауам итә, шуның менән бергә ул медиаконтент әҙерләү лабораторияһы сифатында башланды – энтузиаст-уҡытыусылар башҡорт теле буйынса тәүге электрон дәреслектәр әҙерләне.
«Программаны әҙерләгәндә донъялағы электрон белем биреү тәжрибәһе иҫәпкә алынды, әммә шул уҡ ваҡытта модель башҡорт теленең үҙенсәлектәренә ҡарата камиллаштырылды, — тип һөйләй Луиза Сәмситова. – Проект эске экспертизаны үтте, хәҙер беҙгә бөтә республиканан алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эксперт фекерен алырға кәрәк».
Дистанцион курс өсөн контентты әҙерләү өҫтөндә Башҡорт дәүләт педагогия университетының 11 методист-филологы, 30-ҙан ашыу башҡорт теле уҡытыусыһы, аспиранттар, магистранттар һәм студенттар тырышты. Техник яҡтан ғәмәлгә ашырыу өсөн университеттың мәғлүмәти-техник идаралығы хеҙмәткәрҙәре яуаплы.
«Беҙҙең коллегалар-филологтар теләгән һәр кемде башҡорт теленә уҡытыу йәһәтенән ныҡ алға китте. Ә беҙ үҙ яғыбыҙҙан уларҙың идеяларын һалырлыҡ ресурс моделен эшләп ҡараныҡ, — тип аңлатма бирҙе Башҡорт дәүләт педагогия университетының мәғлүмәти технологиялар буйынса проректоры Илья Кудинов. – Беҙҙә ресурстар етерлек: ул – мәғариф порталы, дистанцион олимпиада, башҡорт телендә видеодәрестәр менән асыҡ мәктәп тә, әммә улар айырылды».
Уҡыу күңелһеҙ булмаясаҡ – дистанцион курс ҡағиҙәләрҙе механик рәүештә ятлауға түгел, ә башҡорт телендә аралашыуға йүнәлтелгән, тип вәғәҙәләй программаны әҙерләүселәр. Ҡулланыусыларҙың уҡыу һәм яҙыуҙан тыш, аудиофайлдарҙы тыңлау һәм видеоларҙы ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ, кәрәк саҡта улар уҡытыусылар менән кәңәшләшә лә аласаҡ. Белем биреү программаһы менән гаджеттар – смартфондар һәм планшеттар аша ла ҡулланыу мөмкин буласаҡ. Курс аҙағында сертификат та алырға мөмкин, әммә квалификацияны дистанцион рәүештә түгел, ә факультетта имтихан тапшырып раҫларға тура киләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, республика башҡорт телен һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәк, тип белдерҙе. Электрон белем биреүҙе индереүҙән тыш, мәктәптәрҙә туған телен тәрәнерәк өйрәнергә теләүселәр өсөн факультатив дәрестәр индереләсәк. Барлыҡ теләк белдереүселәр өсөн киске белем биреү формаһы ла барлыҡҡа киләсәк.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика