05:10 (UTC+5), 12 Июля 2017

Рәсәйҙә балаларҙы ташыу буйынса яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде

автор
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Рәсәйҙә 12 июлдән балаларҙы ташыу буйынса яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Хәҙер ата-әсәләргә ете йәштән кесерәк балаһын автомобиль эсендә бер үҙен ҡалдырғандары өсөн административ яуаплылыҡ янай. Ошо хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә Рәсәй Дәүләт автоинспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Владимир Кузиндың һүҙҙәренә һылтанма яһап.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, өлкәндәр балаларҙы хәүефһеҙлек ҡайыштары менән бәйләп ултыртырға тейеш.
«Ете йәштән кесерәк балаларҙы ташыу өсөн балаларҙы тотоусы алмашһыҙ ҡорамалдар ҡулланыу, шулай уҡ ете йәштән 11 йәшкәсә балаларҙы ташыу өсөн ошондай ҡорамалдарҙы йәки транспорт сараһы конструкцияһы менән ҡаралған хәүефлек ҡайыштарын ҡулланыу билдәләнгән», — тип аңлатты Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы вәкиле.
Бынан тыш, 12 йәштән кесерәк балаларҙы мотоциклдың артҡы ултырғысында ташыу тыйыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика