04:45 (UTC+5), 10 Июля 2017

Инстаграм селтәрендә инглиз телендә башҡорт балы тураһында аккаунт ҙур билдәлелек яулай

www.instagram.com/apimondia2021/
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова. Инстаграм селтәрендә инглиз телендә башҡорт балы тураһында аккаунт ҙур билдәлелек яулай. Профиль 2021 йылда 47-се Халыҡ-ара Апимондия конгресын һәм «АпиЭКСПО» халыҡ-ара күргәҙмәһен уҙғарыу урыны сифатында Рәсәйҙе күрһәтмәле таныштырыу өсөн асылған.
Унда бөтә донъянан 3 меңдән ашыу яҙылыусы бар, улар араһында Америка Ҡушма Штаттарынан, Кувейттан, Ҡытайҙан, Польшанан, Бөйөк Британиянан, Франциянан, Австралиянан, Канаданан, Төркиәнән, Колумбиянан, Ҡаҙағстандан, Япониянан, Италиянан һәм Ирандан умартасылыҡ өлкәһе белгестәре. Үҙенсәлекле ҡунаҡтарҙың иҫәбе 14 меңгә етә.
Аккаунтта башҡорт балы һәм уның нигеҙендә етештерелгән продукттар, республикала умартасылыҡ мәҙәниәте, үҙенсәлекле солоҡ балы, солоҡсолоҡ хужалыҡтары тураһында бәйән ителә. Байтаҡ сит ил яҙылыусылары Башҡортостанда булыу, уникаль солоҡсолоҡ һәм умарталыҡ ҡортсолоғо тәжрибәһен өйрәнеү теләген белдерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика