06:14 (UTC+5), 07 Июля 2017

2017 йылдың 7 июлендә Башҡортостанда нисә парҙың ғаилә ҡороуҙары билдәле булды

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Бөгөн күп кенә илдәрҙә ысын туй бумы көтөлә. Ғашиҡтар никахлашыу өсөн өс ете һаны —7.07.2017 — булған матур датаны алдан һайлай, улар серле һандарҙың бәхетле тормоштоң нигеҙенә әүереләсәгенә ышана.
Башҡортостанда 7 июлгә 652, шул иҫәптән Өфөлә 213 пар ғариза биргән, тип хәбәр иттеләр республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетында.
«Ете» һаны борон-борондан айырым мәғәнәгә эйә тип һанала. Астрологтар ҙа өс етенең бәхетле икәнлеген билдәләй. Ләкин календарь датаһының тылсымлы мәғәнәһе — ябай ышаныуҙар ғына, тип белдерә психологтар һәм даталарға түгел, бер-береңдең хис-тойғоһона иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә, сөнки бәхетле һәм ныҡлы ғаиләнең нигеҙе мөхәббәт, аңлау, сабырлыҡ һәм хөрмәт итеүгә ҡоролған.
Күп кенә парҙар никахлашыу өсөн тағы ла бер мөһим датаны һайлаған — 8 июлдә Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был көндә Башҡортостанда 291 никах теркәү тантанаһын үткәреү ҡаралған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика