Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
82.85
-0.48
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июнь 2017, 07:43

Башҡортостан вәкилдәре Силәбе киң мәғлүмәт саралары фестивалендә ҡатнашты

Силәбе өлкәһе Журналистар союзы
Силәбе өлкәһе Журналистар союзы
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Һатҡы районындағы «Зүрәткүл» экопаркында уҙған Силәбе өлкәһе киң мәғлүмәт сараларының ХIХ фестивалендә Башҡортостандан республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов һәм төбәктең Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков ҡатнашты.
«Елань сенокосная» исемле фестивалде тантаналы асыу Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин, губернатор урынбаҫары, Силәбе өлкәһе губернатор аппараты һәм хөкүмәте етәксеһе Евгений Голицын, Рәсәй Журналистар союзы секретары Владимир Касютин, башҡа рәсми шәхестәр ҡатнашлығында уҙҙы.
Алексей Волиндың пленар ултырышта «Төбәк киң мәғлүмәт сараларының һөҙөмтәлелеген арттырыу юлдары» тигән көнүҙәк темаға сығышы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙа – журналистарҙың ижади ойошмалары рәйестәрендә ҙур яңғыраш алды. Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары билдәләүенсә, матбуғат тексы бик ҙур дәрәжәгә эйә һәм гәзит үҙе бер бизнес төрө – һәр йөрөтөүселә үҙенсәлекле коммерциялы өҫтөнлөгө бар. Был аудиторияла бәхәс тыуҙырҙы, улар матбуғат киң мәғлүмәт сараларының граждандар йәмғиәте өсөн тәрбиәүи ролен мөһимерәк тип иҫәпләй.
«Эстәлекле, визуаль һәм экономиялы модель» заманса төбәк гәзите. Иң яҡшыларҙың тәжрибәһе» темаһына түңәрәк өҫтәл дә йәнле үтте. Унда модераторҙар булып Рәсәй журналистар союзы секретары Владимир Касютин, «Журналистика һәм медиабаҙар» журналы эксперты-консультанты Владимир Скоробогатько, Тверь һәм Силәбе өлкәләре, Алтай крайы вәкилдәре сығыш яһаны.
Бер үк ваҡытта «тиҙ саҡырыу»ҙар донъяһында яңылыҡтар яҙыу үҙенсәлектәре, уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн оптималь баланс, инфографиканы ҡулланыу тураһында оҫталыҡ дәрестәре барҙы.
Төбәк киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелегенә ҡарата фекерен Борис Мелкоедов та белдерҙе. Ул уларҙың эшен баһалауға һәм рейтинг төҙөүгә баҫым яһаны. Бынан тыш, докладсы ошо баһалау эшмәкәрлегенә үҙ алымын тәҡдим итте. Уны коллегалары ҡул сабып тыңланы.
«Күршеләребеҙҙең программаһы нәҡ аныҡ белем биреү маҡсаты менән мауыҡтырғыс булды, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков. — Сараларҙың башҡорт ерендә үтеүе мәртәбәле – силәбеләр башҡорттарға ҙур ихтирам һәм рәхмәт менән ҡарай».
Оҫталыҡ дәрестәре журналистар өсөн көнүҙәк һорауҙарҙы уратып алды: төбәк киң мәғлүмәт саралары нисек бай була ала; монетизация һәм «килемле» ҡатламдарҙы эҙләү; төбәк киң мәғлүмәт сараларының интернет-проекттары – уңышҡа нисек өлгәшергә; радиола һәм телевидениела интервью сәнғәте. Түңәрәк өҫтәлдәрҙең береһе экология проблемаһына ҡағылды.
Ике көнлөк форум, Башҡортостандан ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, журналистарҙы ныҡ байытты, тәжрибә уртаҡлашыу, белем йөгөн тулыландырыу мөмкинлеге бирҙе һәм коллегаларҙың әүҙем аралашыуына тәьҫир итте. Фестиваль аҙағында уҙғарылған экскурсия уларға ыңғай тәьҫораттар ғына өҫтәне, тип хәбәр итте Башҡортостан Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Яҡупова.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: