12:18 (UTC+5), 22 Июнь 2017

Белем хаҡы: республика вуздарында уҡыу күпме тора?

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды. Түләүле нигеҙҙә уҡырға инергә теләгән абитуриенттарҙы 2017-2018 йылда беренсе курста белем алыу күпме төшә тигән һорау борсой.
«Башинформ» агентлығы көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренә абитуриенттар араһында популяр йүнәлештәр буйынса һайланма баҫтыра.
Башҡорт дәүләт университеты
БДУ-ның Хоҡуҡ институтында «юриспруденция» йүнәлеше буйынса юғары белем алыу өсөн көндөҙгө бүлектәгеләргә — 110 мең, ситтән тороп белем алыусыларға 85 мең һум түләргә кәрәк. «Психология» факультетында көндөҙгө — 92110 һум, ситтән тороп уҡыу 46970 һум тора.
«Журналистика» — 100550 һум (көндөҙгө) һәм 51280 (ситтән тороп).
«Иҡтисад» факультетында уҡыу һайлап алынған һөнәргә бәйле, ләкин хаҡтар 89650-нән 110 мең һумға тиклем тирбәлә, ситтән тороп уҡыу бүлегендә хаҡ — 50400 һум.
Буласаҡ метематиктар 80880 һум түләйәсәк (көндөҙгө).
«Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм «геология» — 92110-шар һум.
Өфө дәүләт нефть техник университеты
«Архитектура» — 150 мең; «Геология» — 130 мең; «Машиналар эшләү» — 106 мең һум.
«Төҙөлөш» — 120 мең һум. «Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнештәр» йүнәлешендә уҡыу ҙа шунса һум тора.
«Сервис», «Туризм» һәм «Ҡунаҡхана эше» — 95-әр мең.
«Информатика һәм иҫәпләү техникаһы» — 115 000 һум (көндөҙгө) һәм 70 мең — (ситтән тороп). «Иҡтисад» — 123 мең һум (көндөҙгө) һәм 65 мең (ситтән тороп). «Нефть-газ эше» — 130 мең һум.
Өфө дәүләт нефть техник университетындағы иң ҡиммәтле йүнәлештәр — «Дизайн» һәм «Кейем һәм туҡыма сәнғәте» — 160-ар мең һум.
Өфө дәүләт авиация техник университеты
«Ғәмәли математика һәм информатика» — 81450 һум, магистратурала иһә ошо уҡ һөнәр 89960 һум тора.
«Информатика һәм иҫәпләү техникаһы», «Программалы инженерия», «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге», «Электроника һәм наноэлектроника», «Машиналар эшләү» — 92750-шәр һум.
«Наноинженерия» — 140 мең һум; «Иҡтисад», «Менеджмент», «Хеҙмәткәрҙәр менән идара итеү» — 81450-шәр һум.
Башҡорт дәүләт медицина университеты
«Фармакология» (фармация) — 120360 һум; «Дауалау эше» — 122544 һум; «Педиатрия» — 113880 мең һум; «Стоматология» — 150 мең һум.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
«Ғәмәли математика һәм физика» — 92320 һум; «Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу» — 116782 һум; «Биоэкология» һәм «Генетика» — 92320 һум; «Мәғлүмәт системалары һәм технологиялары» һәм «Менеджментта ғәмәли информатика» — 116782 һум.
«Педагогик белем биреү», «Психологик-педагогик белем биреү», «Махсус (дефектология) белем биреү» — 81020 һум; Лингвистика — «Тәржемә (инглиз, немец һәм француз телдәре)» — 103637 һум; «Физик культура» һәм «Мәғлүмәт аналитика эшмәкәрлеге» — 172588 һум; «Мөхит дизайны» һәм «График дизайн» — 139650 һум.
Тулыраҡ мәғлүмәтте вуздарҙың сайтында алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика