11:32 (UTC+5), 20 Июня 2017

Башҡортостанда этник-ара өлкәлә эштәрҙең торошон тикшереү һәм контролдә тотоу буйынса дәүләт системаһы булдырылды

Мәҙәниәт министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда этник-ара һәм конфесия-ара өлкәлә эштәрҙең торошон тикшереү һәм контролдә тотоу буйынса комплекслы күп кимәлле дәүләт системаһы булдырылды. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры Марат Мәрҙәнов «Башҡортостан Республикаһында этник-ара мөнәсәбәттәр һәм хәҙерге Рәсәйҙә милли сәйәсәт» түңәрәк өҫтәлендә ошо хаҡта белдерҙе.
Дәүләт власы, милли-мәҙәни берләшмәләр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре заманса фәнни мәғлүмәттәр менән алмаша һәм төбәктә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең торошон тикшереүҙең практик тәжрибәһен дөйөмләштерә.
Марат Мәрҙәнов эксперт берләшмәһен һуңғы һорау алыу һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Үҙәктең мәғлүмәттәре буйынса, һорау алыныусыларҙың 83% милләт-ара мөнәсәбәтттәрҙе тыныс тип баһалай, шуның менән бергә ҡатнашыусыларҙың 49% милләт-ара мөнәсәбәттәр тыныс тип ышаныслы яуап бирҙе. Респонденттарҙың өс проценты ғына төрлө милләттәргә ҡарата көсөргәнешлек тойоуҙары хаҡында һәм һигеҙ проценты мөнәсәбәттәр көсөргәнешле тип белдерҙе.
«Халыҡ төбәктә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе Рәсәйгә ҡарағанда тынысыраҡ тип иҫәпләй. Мәҫәлән, һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, 60% ашыуырағы Рәсәйҙә милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең хәҙерге торошон тыныс тип баһаланы. Башҡортостанда йәшәүселәр иһә илдәге хәлгә кире баһа бирә, улар үҙ биләмәһе именерәк тигән фекерҙә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Марат Мәрҙәнов.
Конференцияла эксперттар республика халҡы төбәктең күп милләтлелегенә толерантлы мөнәсәбәте менән айырылып тороуын билдәләне. Бер биләмәлә төрлө халыҡтарҙың бергә йәшәүе тарихи факт, уңышлы үҫеш өсөн ресурс булараҡ ҡабул ителә. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре лә быны раҫлай, унда этник-ара никахтарҙың күп булыуы теркәлгән. Мәҫәлән, һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса һорау алыныусыларҙың 80% проценттан ашыуы үҙҙәрен башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата түҙемле һәм толерантлы тип иҫәпләй. Ҡырҡ йәшкә тиклемгеләр түҙемлерәк. Улар, нигеҙҙә, юғары белемле ҡала халҡы.
Тикшереү шәхси үҙенсәлектәр һәм этник-ара мөнәсәбәттәрҙең торошон баһалау араһында ниндәйҙер бәйләнеш барлығын күрһәтте.
Республикала гармониялы милләт-ара мөнәсәбәттәргә ҡарамаҫтан, халыҡтың бер өлөшө миграция сәйәсәтен ҡәтғиләштереү яҡлы. Респонденттарҙың өстән бер өлөшө мигранттарға ыңғай ҡарашта. Кире фекерлеләр ҙә шунса.
«Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге үткәргән йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү һөҙөмтәләре халыҡтың фекере буйынса республикала милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге хәл илгә ҡарағанда имен һәм тотороҡло тип һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Билдәле бер көсөргәнешлеккә ҡарамаҫтан, төбәктә милли нигеҙҙә килешмәүсәнлек юҡ. Көнбайыштан баҫым яһау фонында илһөйәрлек тойғоһо нигеҙендә бергә тупланыу мөһим фактор булып тора», — тип иҫәпләй Марат Мәрҙәнов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика