Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.29
+0.18
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Июнь 2017, 18:04

Республикала «Ҡурсаулыҡ урындары буйлап» I төбәк-ара экомарафонға йомғаҡ яһалды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда Рәсәйҙә ҡурсаулыҡ системаһының 100 йыллығына арналған «Ҡурсаулыҡ урындары буйлап» I төбәк-ара экология марафоны уҙҙы.
Күләмле сараның инициаторҙары булып республиканың Экология министрлығы менән берлектә Башҡортостандың Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы сығыш яһаны.
Марафондың төп маҡсаты — тәжрибә алмашыу, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереүҙең булған моделдәрен күрһәтеү. Унда Башҡортостандың, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренең тәбиғәт парктары һәм ҡурсаулыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.
Иҫәп буйынса беренсе «Ҡурсаулыҡ урындары буйлап» марафонында ҡатнашыусылар Белорет, Бөрйән, Күгәрсен һәм Мәләүез райондарында булды, Көньяҡ Урал һәм Башҡортостан дәүләт ҡурсаулыҡтарын, «Ирәмәл» һәм «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктарын, шулай уҡ «Башҡортостан» милли паркын күрҙе.
Балалар өсөн махсус маршрут әҙерләнгәйне. Төрлө олимпиадаларҙа экология буйынса яҡшы белемдәрен күрһәткән 20 уҡыусы «Асылыкүл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт парктары һәм «Башҡортостан» милли паркының хозурлығын күреп һоҡланды.
«Башинформ» агентлығына «Чусовая йылғаһы» тәбиғәт паркы (Свердловск өлкәһе) директоры Михаил Федоров һөйләүенсә, экология марафонына ҡарата өмөттәре тулыһынса аҡланған.
«Башҡортостан» милли паркы директоры Владимир Кузнецов фекеренсә, республикала экологик туризмды үҫтереү йәһәтенән башҡараһы эштәр байтаҡ.
«Алтайҙа, Мәскәү өлкәһендә, Татарстанда экотуризмдың ниндәй темптар менән үҫешеүен күрәбеҙ. Күрһәткестәр республикабыҙ файҙаһына түгел. Шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең Башҡортостандан алған тәьҫораттарын баһалағанда, беҙ бында ҙур өҫтөнлөккә эйә. Бары тик быға йоғонто яһарҙай барлыҡ көстәрҙе берләштереү зарур. Беҙгә үҙ-ара эш итергә кәрәк, һәр ойошма үҙен генә түгел, республиканы үҫтереү өсөн тырышһын ине. Беҙ берҙәм булырға тейеш», — тигән ышанысын белдерҙе Владимир Кузнецов.
Уның һүҙҙәренсә, «Башҡортостан» милли паркы ошо эште башлаған да инде. Мәҫәлән, Йомағужа һыу һаҡлағысындағы майҙансыҡта Башҡортостандың башҡа тәбиғәт парктары тураһында ҙур, матур стендтар ҡуйылған.
«Беҙ бында башҡаларҙы рекламалайбыҙ. Мораҙым тарлауығын, Шүлгәнташты, һәм хатта беҙҙә һәйбәт, күршеләрҙеке яҡшыраҡ тигән фразалар ҙа яңғырай. Ял көндәренә генә килгән кеше бер урында булып, тағы ла икенсе ергә барһын, башҡа тәбиғәт объектының хозурлығы менән ләззәтләнһен өсөн. Өҫтәүенә беҙ барыбыҙ ҙа яҡын урынлашҡанбыҙ. Артабан уңышлы үҫешеү өсөн үҙ-ара эш итеү мөһим», — тип йомғаҡ яһаны «Башҡортостан» милли паркы етәксеһе.
Читайте нас: