06:38 (UTC+5), 31 Мая 2017

Йәйге ялды ойоштороусыларҙың төп бурысы — балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү — Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры

Гөлфиә Акулова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан хөкүмәтендә муниципаль берәмектәр башлыҡтары менән селектор кәңәшмәһендә лагерҙарҙың, шифаханаларҙың, көндөҙгө ял үҙәктәренең балаларҙың йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлеге хаҡында һүҙ барҙы.
Быйыл йәй республикала 390 бала ял итәсәк. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов билдәләүенсә, йәйге ялды ойоштороусыларҙың төп бурысы — һауыҡтырыу кампанияһын ғәҙәттән тыш хәлдәрһеҙ үткәреү. Бының өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Төбәктә 98 ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагеры, 1459 көндөҙгө ял үҙәге, 30 шифахана тибындағы лагерь, 981 хеҙмәт һәм ял лагеры, шулай уҡ 120 палаткалы лагерь балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнә.
Балалар ялы һәм һауыҡтырыу ойошмаларында 30 меңдән ашыу кеше эшләйәсәк, уларҙың 19 меңгә яҡыны — уҡытыусылар, дүрт меңдән ашыуы — медиктар.
Вице-премьер лагерь етәкселеренең, мәктәп директорҙарының һәм муниципалитет вәкилдәренең иғтибарын сараларҙы һауа шарттарын иҫәпкә алып ойошторорға кәрәклегенә йүнәлтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика