02:23 (UTC+5), 31 Май 2017

Рөстәм Хәмитов Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафонов менән осрашты

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафонов менән осрашты. Яҡтар киләсәктә төбәктә туристик-рекреацион кластерҙарҙы үҫтереү, шифахана-курорт тармағы мөмкинлектәрен нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Республика етәксеһе менән әңгәмәлә Олег Сафонов Башҡортостандан алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Мин Өфөлә тәүге тапҡыр. Сәфәр тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Яңы төҙөлгән, донъя кимәлендәге бик матур ҡунаҡханалар – юғары сифатлы, ҡиммәт түгел һәм уңышлы урынлашҡан, тәбиғәткә тап килеп тора, – тине Рәсәй туризмы етәксеһе. – Иғтибарығыҙҙы туризмға йүнәлткәнегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлемен. Республиканың күрһәткестәре бик яҡшы. Күп нәмә эшләнгән, төҙөлә. Шифахана-курорт комплексы әүҙем эшләй.
Әлеге ваҡытта ошо тармаҡҡа шәхси инвестициялар йәлеп итеү төп бурыстарҙың береһе булып тора, тип билдәләне төбәк башлығы. «Красноусол» шифаханаһы беренселәрҙән булып инвестор ярҙамы аласаҡ, унда яңы корпус төҙөләсәк. Ошондай уҡ эште «Янғантау» шифаханаһында ла ойоштороу күҙаллана.
- Шифахана-курорт селтәрен үҫтереү буйынса пландарыбыҙ ҙур, – тине Рөстәм Хәмитов. – Әлегә идара итеү йәһәтенән унда барыһы ла элеккесә булыуын аңлайбыҙ.
Бер юлы бер нисә районда ял һәм сәләмәтлекте нығытыу өсөн мөмкинлектәрҙе берләштергән туристик-рекреацион кластерҙарҙы булдырыу төбәктең туристик йәлеп итеүсәнлеген күтәреүгә булышлыҡ итәсәк. Хәҙерге ваҡытта «Урал легендаһы», «Асылыкүл», «Бөрйән» кеүек кластерҙар әүҙем формалаша.
- Ошо кластерҙарҙы булдырыу – оҙайлы, ҡатмарлы эш икәнлеген аңлайбыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта беҙҙең тиҙерәк, алдағы ике-өс йылда табыш алғы килә, – тип билдәләне төбәк Башлығы.
Атап әйткәндә, осрашыуҙа Бөрйән, Күгәрсен һәм Көйөргәҙе райондарының мөмкинлектәрен берләштергән «Бөрйән» кластерын формалаштырыу буйынса эштең барышы тикшерелде. 2018 йылдың аҙағына тиклем эштәрҙең күләме 1,7 миллиард һумға баһалана. Бөгөнгө көнгә инвесторҙар 730 миллион һум йүнәлткән. 2017 йылда 210 миллион һумлап үҙләштереү күҙаллана. Республика үҙ сиратында ярҙарҙы нығытыу эштәренә 5,6 миллион һум йүнәлткән. Быйыл тышҡы инфраструктураны булдырыуға – юлдар һәм коммуникацияларға ҡаҙнанан 27,5 миллион һум бүленәсәк.
- «Бөрйән» кластерын «Эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» федераль маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу өсөн перспективалы проекттар исемлегенә индерҙек, уларҙы 2019 йылдан башларға ниәтләйбеҙ, – тип хәбәр итте осрашыу аҙағында Олег Сафонов. – Бының өсөн проект-смета документтарын әҙерләү, дәүләт экспертизаһын үткәреү кәрәклеген тикшерҙек.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика