02:23 (UTC+5), 30 Мая 2017

Өфөлә IV Граждандар форумында төбәктәрҙә власть һәм йәмғиәттең үҙ-ара килешеп эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙеләр

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Республикаһының IV Граждандар форумы барышында Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса Дәүләт Думаһы комитетының түңәрәк өҫтәле уҙҙы. Ул Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары һәм граждандар йәмғиәте институттарының үҙ-ара эш итеү мәсьәләләренә арналды. Ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Төбәктең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү һәм үҫтереү өлкәһендә уртаҡлашырҙай, күрһәтерҙәй тәжрибәһе етерлек, тип билдәләне республика етәксеһе.
- Башҡортостанда алдан бюджет ойошмалары үтәгән функциялар социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға тапшырылды, улар дәүләт тарафынан финанслана. Былтыр республика ҡаҙнаһынан уларға 450 миллион һумдан ашыу бүленде. 500-ләп ойошмаға льготалы шарттарҙа күсемһеҙ милек объекттары бирелде, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға йәмғиәт өсөн файҙалы хеҙмәттәр күрһәтеүсе статусын биреү һәм уларҙың тейешле реестрын булдырыу мөһим аҙым булып торҙо.
Төбәк Башлығының әйтеүе буйынса, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар үҙ проекттарын әҙерләп, республикала һәм Рәсәй майҙансыҡтарында киң танылыу ала, федераль конкурстарға ғариза бирә, гранттар ота. Былтыр 31 социаль проектҡа йәлеп ителгән дөйөм сумма 62 миллион һумдан ашыу тәшкил итте. Ул 2015 йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
- Власть һәм граждандар йәмғиәте институттарының хеҙмәттәшлеге төбәктәрҙә социаль тотороҡлоҡто нығытыуға, дәүләт сәйәсәтен, йәмәғәт башланғыстарын уңышлы тормошҡа ашырыуға, урындағы берекмәләрҙе үҫтереүгә тәьҫир итә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ «халыҡ бюджеттары» һәм тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү буйынса кешеләрҙең башланғыстарынан алып йәмәғәтселәрҙең дәүләт һәм муниципаль программаларҙы әҙерләү һәм уны ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнашыуҙарына тиклем дәүләттең, муниципалитеттарҙың, граждандар йәмғитенең төрлө партнерлыҡ формаларын эшкәртәбеҙ.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҫтереү буйынса мөһим бурыстар иҫәбендә төбәк етәксеһе уларҙың эшмәкәрлеген көйләү, муниципаль кимәлдә киңәйтеү, йәмәғәт контролен көсәйтеү кәрәклеген атаны.
Түңәрәк өҫтәлде Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Сергей Гаврилов үткәрҙе. Унда Дәүләт Думаһы һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, төбәктәрҙең һәм Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палаталары ағзалары, республиканың дәүләт власы органдары, эшҡыуарлыҡ, министрлыҡтар, ведомстволар һәм муниципаль берәмек хакимиәттәре ҡарамағындағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар һәм йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.
- Нәҡ бында, Башҡортостанда, бер яҡтан, йәмғиәттең әүҙемлеген берләштерергә һәм уны социаль ярҙам, инвалидтарға, етемдәргә, йәш быуынға тәрбиә биреүгә ярҙам итеү кеүек киҫкен һорауҙарға йүнәлтергә мөмкинлек биргән ошо үҙенсәлекле формуланы таптыҡ, тип уйлайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Сергей Гаврилов. – Шуныһы мөһим – төп конфессиялағы 100-ҙән ашыу милләт йәшәгән республикала гармониялы мөнәсәбәттәр ҡоролған.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика