Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Май 2017, 07:10

Башҡортостан заманса һанлы белем биреү мөхитен үҫтереү буйынса һынау төбәге булыуы мөмкин – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 майҙа Рөстәм Хәмитов «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса советтың күсмә ултырышын уҙғарҙы. Унда Совет ағзалары, шулай уҡ профилле министрлыҡтар, ведомстволар, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта кадрҙар әҙерләү йәһәтенән предприятиеларҙың һәм белем биреү ойошмаларының үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде.
- Сәнәғәт етештереү, айырыуса юғары технологик тармаҡтар хәҙер роботлаштырыу стадияһына, мәғлүмәти технологияларҙы киң ҡулланыуға күсә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Профессиональ һәм юғары белем биреү системаһы заман талаптарына яуап бирергә, ә иң яҡшыһы – ошо процестарҙан алда барырға тейеш.
Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә 30-ҙан ашыу корпоратив университет һәм ғилми белем биреү үҙәге эшләй, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе.
- Профессиональ һәм юғары белем, һис шикһеҙ, корпоратив секторҙың заказына иҫәп тоторға тейеш. Һәр компанияның, һәр юғары уҡыу йортоноң үҙ тәжрибәһе бар, үҙ-ара бергәләп эш итеү селтәрен яйға һалырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Университеттарҙың һәм айырыуса төрлө квалификациялағы меңләгән хеҙмәткәр һәм инженер эшләгән предприятиеларҙың, шул иҫәптән ике яҡлы белем биреү сиктәрендә бергәләп кадрҙар әҙерләүгә һәм уларҙы ҡайтанан әҙерләүгә иғтибар йүнәлтеүе зарур.
Май башында Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға тиклем Мәғлүмәти йәмғиәтте үҫтереү стратегияһын раҫланы. Унда электрон белем биреү, ситтән тороп уҡытыу системаларын камиллаштырыу, юғары уҡыу йорттарының юғары технологик ойошмалар һәм предприятиелар менән партнерлыҡ программаларын әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу, заманса кадрҙар әҙерләүҙе көйләү мөһим өҫтөнлөктәр булараҡ билдәләнде. Быға оҡшаш документ апрель аҙағында республика кимәлендә лә ҡабул ителде.
- Ошо процеста бер аҙ алдараҡ эш башлап ебәреүебеҙ ҡыуандыра. Был тема менән бер нисә йыл шөғөлләнәбеҙ. Башланған эшебеҙ ҙә бар. Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары менән сағыштырғанда беҙ шул юҫыҡтан конкуренттарҙан өҫтөнөрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Алдағы йылдарҙа һәр уҡыусыны, белем биреү ойошмаһын, предприятиены электрон белем биреүгә йәлеп итеү өсөн беҙ мөһим бурысты – республикала заманса һанлы белем биреү мөхитен булдырыу мәсьәләһен хәл итергә тейеш.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, әлеге ваҡытта республика өсөн мәғариф өлкәһендә өҫтөнлөклө федераль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә киң мөмкинлектәр асыла, атап әйткәндә, «Заманса һанлы белем биреү мөхите» проекты.
- Иң яҡшы тәжрибәләребеҙҙе танытыу йәһәтенән федераль үҙәк менән маҡсатлы рәүештә эшләргә кәрәк. Беҙҙә заманса һанлы белем биреү мөхитен үҫтереү буйынса һынау төбәге сифатында сығыш яһарға мөмкинлек биргән инновациялар индерелә, – тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Ошондай мөхит булдырыу моделен тәҡдим итә алабыҙ һәм уны артабан башҡа төбәктәрҙә лә ҡулланыу өсөн тәҡдим итергә тейешбеҙ. Уңыштарыбыҙҙы федераль кимәлдәге финанслау менән нығытыу мөһим.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: