10:09 (UTC+5), 26 Апрель 2017

Өфөлә 42 ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә тағы ла 42 ҡатын-ҡыҙға «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. 26 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте йортонда сираттағы күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. 19 йыл дауамында республикала биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәләр ошондай наградаға лайыҡ була. Ошо ваҡыт эсендә 7134 ҡатын-ҡыҙ миҙал алған.
Герой-әсәләргә миҙалдарҙы төбәк Башлығы һәм Хөкүмәте исеменән вице-премьер Салауат Сәғитов тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 20-нән ашыу район-ҡалаһынан вәкилдәр бар. Уларҙың күбеһе әсәлек бурысын үтәүҙән тыш яратҡан эше менән дә шөғөлләнә. Балаҡатай районынан Әлфиә Дилмөхәмәтова бишенсе балаһын – күптән көткән ҡыҙын тапҡас та эшкә сыҡҡан. Ул — балалар баҡсаһы мөдире, эшендә лә, өйөндә лә балалар уратып алған. Баҡсалағы кескәйҙәр уны Тылсымсы апай тип йөрөтә, үҙенең балаларына исемдәрҙе мәғәнәһенә ҡарап һайлаған. «Ҡусты-һеңлеләренә ныҡлы терәк булһын өсөн өлкәненә Алмаз тип ҡуштым, икенсе улым — Рушат, уның исеме шат тигәнде аңлата, өсөнсөһө — Руслан — йәнлектәр батшаһы, дүртенсеһе Рүзил — бәхетле, ҡыҙыма Эльза тип исем бирҙек, уның мәғәнәһе — Хоҙайҙы ололаусы», — ти Әлфиә. Ҡатын һәр балаһы хаҡында мауығып һөйләй. Уның әйтеүенсә, күп балаларҙы тәрбиәләүҙә килеп тыуған проблемалар һиҙелмәй ҙә үтеп китә. «Һәр әсә балаһының һау-сәләмәт булыуын теләй. Ауырлыҡтар онотола, ә уларҙың тәүге аҙымы, әсәй тип өндәшеүҙәре, йәки берәй ярамаған эш эшләгәндән һуң өҫтәл аҫтынан ҡарап йылмайыуҙары — барыһы ла хәтерҙә ҡала. Иң мөһиме — балаларҙы аңлап, һөйөүгә солғап үҫтереү», — ти Әлфиә Дилмөхәмәтова.
«Бының һеҙҙең ҙур һәм төп хеҙмәтегеҙ булыуын яҡшы аңлайбыҙ, — тип мөрәжәғәт итте ҡатын-ҡыҙҙарға Салауат Сәғитов. — Әле иҡтисади һәм социаль хәл бик үк һәйбәт булмаһа ла, беҙ Хөкүмәт яғынан балалы ғаиләләргә ярҙам итергә тырышабыҙ. Демография өлкәһендә бер ни тиклем проблема бар, ошо йүнәлештә саралар күрелә. Тәүге бала тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған пособие, әсәлек капиталы түләнә. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса мәсьәлә хәл ителә. Балаларығыҙҙың лайыҡлы кешеләр булып үҫеүен, киләсәктә үҙегеҙ сәскән тәрбиә орлоҡтарының емештәрен күреүегеҙҙе теләйем. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға түҙемлек, көс, һаулыҡ юлдаш булһын».
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика