05:11 (UTC+5), 07 Апреля 2017

Бөгөн – Бөтә донъя һаулыҡ көнө

Андрей Старостин
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 7 апрелдә, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы булдырылған көндә, Бөтә донъя һаулыҡ көнө (World Health Day) билдәләнә. Ошо көнгә арналған саралар кешеләр һаулыҡтың ни тиклем мөһим булыуын аңлаһын өсөн уҙғарыла. Ә һаулыҡ һаҡлау ойошмалары бөтөн донъяла кешеләрҙең һаулығы һәйбәтерәк булһын өсөн уларға нимә эшләргә кәрәклеге мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтелгән.
Йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ көнө Ер шарының һаулыҡ һаҡлауы алдында торған глобаль проблемаларға арнала һәм төрлө девиз аҫтында үтә: «Һинең ҡаныңдың именлегендә – күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарыу», «Әүҙемлек — оҙаҡ йәшәү юлы», «Йөклөлөк — тормоштағы мөһим ваҡиға. Уны именле итәйек», «Һаулығыбыҙҙы климат үҙгәрештәренән һаҡлайыҡ», «1000 ҡала — 1000 ғүмер», «Аҙыҡ-түлектең хәүефһеҙлеге», «Диабетты еңәйек!».
2017 йылда Бөтә донъя һаулыҡ көнөн уҙғарыу буйынса кампанияның темаһы тип төшөнкөлөк (депрессия) һайланды. Бөтә донъя һаулыҡ көнө мәғлүмәттәре буйынса, 100 миллион самаһы кеше төшөнкөлөк билдәләрен асыҡлай һәм етди медицина ярҙамына мохтаж. Фараздарға ярашлы, 2020 йылға төшөнкөлөк киң таралғанлыҡ буйынса йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан һуң икенсе урынға сығасаҡ. Төшөнкөлөк психик яҡтан ғазапландыра, кешенең көндәлек эштәрен башҡарыуға кире йоғонто яһай, ҡайһы берҙә яҡындар һәм дуҫтар менән мөнәсәбәттәргә катастрофик эҙемтә килтереүе мөмкин. Сикке осраҡта кәйефтең ҡырылыуы үҙ-үҙеңә ҡул һалыуға килтереүе ихтимал – әлеге ваҡытта ул 15-29 йәштәге кешеләр араһында икенсе үлем сәбәбе булып тора.
Шуға ҡарамаҫтан, депрессияны иҫкәртергә һәм дауаларға мөмкин. Бөтә донъя һаулыҡ көнө сараларының дөйөм маҡсаты – бөтә илдәрҙәге төшөнкөлөккә бирелгән кешеләр күпләп ярҙам һорап мөрәжәғәт итһен һәм уны алһын өсөн барыһын да эшләү.
Башҡортостанда халыҡҡа өс кимәлле махсуслаштырылған психотерапия ярҙамын күрһәтеү системаһы ойошторолған. Тәүге кимәле – үҙәк һәм ҡала дауаханаларындағы кабинеттар. Икенсе кимәлдәге үҙәктәр Стәрлетамаҡ, Белорет, Учалы, Сибай, Бөрө, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында һәм Илеш районында бар. Белоретта, Мораҡта, Баҡалыла, Саҡмағошта һәм башҡа тораҡ пункттарында көндөҙгө стационарҙар эшләй. Белгестәр урындарҙа ярҙам күрһәтә, ҡатмарлы осраҡтарҙа пациенттарҙы өсөнсө кимәлдәге учреждениеға – Республика психотерапия үҙәгенә йүнәлтә. Белгестәргә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 9-ға ҡәҙәр Үҙәктең берҙәм теркәү бүлегенә 285-77-07 һандары буйынса шылтыратып яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ берҙәм ышаныс телефоны эшләй – 800-7000-183, унда шылтыратыуҙар аноним һәм тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә. Табип-психологтар, психотерапевтар, психиатрҙар консультация бирә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика