Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.14
-0.32
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Апрель 2017, 13:27

Башҡортостан ирекмәндәре 2030 йылға тиклем Викимедианы үҫтереү стратегияһына үҙ тәҡдимдәрен индерҙе

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. 31 марттан 2 апрелгә тиклем Берлинда Викимедиа-2017 конференцияһы үтте. Викимедианың төрлө тел проекттары ойошмалары һәм берекмәләре вәкилдәренең йыйылышы йыл һайын ойошторола. Унда хеҙмәттәшлек, структуралы һәм ойошҡанлы үҫеш йәһәтенән ирекмәндәр хәрәкәтенең перспективалары тикшерелә.
Конференцияла Башҡорт Википедияһы волонтерҙары исеменән «Киске Өфө» гәзите журналисы Зәйтүнә Ниғәмәтйәнова (З.Әйле), шулай уҡ лингвист, төрки телдәрен өйрәнеүсе Виктор Семенюк сығыш яһаны. Ул башҡорт телен белмәй, шуға ҡарамаҫтан, Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр яҙыуҙа әүҙем ҡатнаша.
«Википедияның төрлө тел бүлектәрендә ҡатын-ҡыҙ мөхәррирҙәр 10-20 процент ҡына. Башҡортостан викимедиасылары берекмәһендә, киреһенсә, гүзәл зат күпселекте тәшкил итә. Шуға күрә вики-өләсәйҙәргә ҙур иғтибар бүленгән Башҡорт Википедияһы менән таныштырыу сараһы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм конференцияла ҡатнашыусыларҙың алҡыштарына күмелде. «Йөкмәткене тәржемә итеүсе» (Content translation) ҡоралын әҙерләүселәр төркөмө етәксеһе Әмир Аурони инструмент ярҙамында башҡорт теленә тәржемә ителгән мәҡәләләрҙең юғары кимәлдә, шулай уҡ системалы хәбәрҙәрҙе тәржемә итеү буйынса эштең емешле булыуын билдәләп үтте», — тип хәбәр итте Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев.
Конференцияла 2030 йылға тиклем Викимедиа халыҡ-ара ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү стратегияһына айырым иғтибар бүленде. Алдан фекер алышыу барышында Башҡорт Википедияһы мөхәррирҙәре бәләкәй тел бүлектәрен үҫтереү мәсьәләһен айырым пунктҡа индерергә тәҡдим итте. Башҡорт һәм баск викимедиасылары башланғысы буйынса конференцияла Европа халыҡтары телдәрендә Викимедианың бәләкәй проекттары вәкилдәренең, шул иҫәптән төрки телле мөхәррирҙәрҙең бер нисә тематик осрашыуы ойошторолдо. Мәсьәләнең киҫкенлеге донъяның төрлө мөйөштәренән килгән викимедиасыларҙа киң резонанс тыуҙырҙы, фекер алышыу төнгә тиклем дауам итте. Сығыш яһаусылар тел проблемаларының бер телдең башҡаларҙан өҫтөнлөк итеүе, яҙманың булмауы, ҡайһы бер илдәрҙәге ҡәбиләләрҙә телдәрҙең, урындағы диалекттарҙың төрлөлөгө, техник мөмкинлектәрҙе үҫтереү, мәҫәлән, клавиатуралар, текст һәм телмәр тәржемәселәрен булдырыу кеүек аспекттарына иғтибарҙы йүнәлтте. Аралашыу барышында телдәрҙең төрлөлөгөн иҫәпкә алып, Wikimedia-2030 стратегияһын төҙөү буйынса тәҡдим яңғыраны һәм хуплау тапты. Тел бурыстарын тактик үтәү булараҡ айырым тематик конференция уҙғарырға тәҡдим ителде.
Читайте нас: