Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Март 2017, 09:53

Башҡорт кадет корпусында яңы директор

Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 29 мартта Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Игорь Паньшин Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусында булды һәм уҡытыусылар коллективын һәм ата-әсәләр комитетын белем биреү учреждениеһының яңы директоры менән таныштырҙы. Ул – Виталий Рогач, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Баш федераль инспекторҙың матбуғат хеҙмәтендә.
Волга буйы федераль округының Рәсәй геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы 2013 йылдың июлендә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич башланғысы буйынса Республика кадет мәктәп-интернаты нигеҙендә ойошторолдо. Бөгөн белем биреү йортонда яңыртыу буйынса ҙур эш бара. Тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары учреждениеның инфраструктураһы менән танышты.
Былтыр «Кадетлыҡ» проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 320 урынлыҡ яңы йоҡо корпусы, күп функциялы физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм һауа-десант ҡаласығы файҙаланыуға тапшырылды.
Кадет корпусы инфраструктураһын ҡарап сыҡҡандан һуң, Игорь Паньшин директор, ата-әсәләр һәм уҡытыусылар менән осрашты. Белем, тәрбиә биреү процесын ойоштороу, һөнәри йүнәлеш эше һәм кадеттарҙы тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
«Белем биреү йортоноң төп маҡсаты – үҫеп килгән быуында илһөйәрлек рухын тәрбиәләү. Бөгөн балаларға иң яҡшыларҙы: хәрби йолаларҙы, теоретик һәм практик белемде бирергә кәрәк. Яҡшы белем биреү мөһим, был уларға тормошта кәрәк буласаҡ. Әммә унанда мөһимерәк – үҙ ҡылыҡтарыңа яуап биреү. Намыҫ, дәрәжә һәм Ватандың нимә икәнен аңлау зарур», — тип билдәләне Игорь Паньшин.
Виталий Петрович Рогач 1973 йылдың 3 февралендә Стәрлетамаҡта тыуған. 1994 йылда Волгоград дәүләт физик культура институтын тамамлаған. 1994-1995 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән. 1995 йылда «Кавказдағы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исемгә эйә.
1995-2003 йылдарҙа Стәрлетамаҡтың 19-сы урта мәктәбендә физик культура уҡытыусыһы, һуңынан 32-се урта мәктәптә тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы-ойоштороусыһы булып эшләй, ә 2008 йылдан – был уҡыу йортоноң директор урынбаҫары. 2012-2015 йылдарҙа – бер үк ваҡытта «Салют» балалар һауыҡтырыу лагеры директоры.
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: