Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.32
+0.25
100.28
+0.34
87.41
-0.01
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2017, 09:30

Башҡортостанда ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында Рәсәйҙәге тәүге геопарк барлыҡҡа килеүе ихтимал

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Салауат районында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында Рәсәйҙәге тәүге геопарк барлыҡҡа килеүе ихтимал. Белгестәрҙең фекере буйынса, бының өсөн райондың бөтә мөмкинлектәре бар.
«Буласаҡ геопарк өсөн биләмә бушҡа һайланмаған. Быға дөйөм республикабыҙҙың тотош төньяҡ-көнсығыш милли колориты, тәҡдим ителгән тәбиғи һәм мәҙәни ҡомартҡының үҙенсәлеклелеге, туризмды үҫтереү өсөн бихисап мөмкинлектәрҙең барлығы тәьҫир итә», — тип билдәләне Салауат районында үткән ултырышта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев.
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында республика әһәмиәтендәге 31 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе урынлашҡан. Ул – биш дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм 26 тәбиғәт ҡомартҡыһы. Уларҙың дөйөм майҙаны 50 мең гектар тиерлек тәшкил итә. Бынан тыш, Салауат районында «Мәсетле геологик киҫелеше» геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы, билдәле «Янғантау» шифаханаһы бар.
Төбәк Экология министрлығы башлығының фекере буйынса, ошо биләмәлә геопарк булдырып, халыҡ-ара статусҡа эйә булыу менән шифахана ла, тәбиғәт ҡомартҡылары ла артабан үҫешеү өсөн яңы һулыш аласаҡ.
«Янғантау» шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев та шул фекер яҡлы, ул курортты һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын тигеҙ үҫтерергә кәрәк, тип иҫәпләй.
«Кеше – тәбиғәттең бер өлөшө, һәр ял итеүсе үҙен курортта ғына түгел, ә ошо экосистеманың өлөшө булараҡ тойһон өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ», — тип билдәләне шифахана етәксеһе.
Геопарктар булдырыу идеяһы 1990 йылдарҙың аҙағында Европала геологик ҡомартҡы объекттарына туристар ағымын йәлеп итеп, ауыл райондарында иҡтисади артҡа китеште бөтөрөү маҡсаты менән барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта донъялағы 32 илдә 111 ЮНЕСКО геопаркы иҫәпләнә.
«Был геологик һәм мәҙәни ҡомартҡылар менән комплекслы идара итеү стратегияһы ғәмәлгә ашырылған биләмә ул, — тип аңлатты республиканың Йәшәү эшмәкәрлеге хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институты директоры Лариса Белан. — Геопарк статусы айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре статусы менән сағыштырғанда бик ҡаты түгел. Әммә геопарк биләмәһе урындағы, төбәк йәки федераль ҡануниәт тарафынан һаҡланырға тейеш. Тәбиғәт парктарынан айырмалы рәүештә, геопарктар аң-белем эшмәкәрлегенә, геотуризмға йүнәлтелгән. Тәүгеһендә унда йөрөү тыйылған».
Лариса Белан геопарктарға йөкмәтелгән төп бурыстарҙы атаны, улар иҫәбендә: геологик һәм мәҙәни ҡомартҡыны һаҡлап ҡалыу, төбәкте иҡтисади йәһәттән үҫтереү, шулай уҡ урындағы халыҡты геопаркты ойоштороу һәм уның менән идара итеү эшенә йәлеп итеү.
Фекер алышыу барышында экологтар, ғалимдар, закондар сығарыу эшмәкәрлеге һәм башҡарма власть вәкилдәре берҙәм фекергә килде: Салауат районы биләмәһе – ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында Рәсәйҙә тәүге геопарк булдырыу өсөн иң уңайлы вариант. Әммә бының өсөн тейешле норматив-хоҡуҡи база әҙерләү талап ителә. Әлеге ваҡытта Рәсәй ҡануниәтендә «геопарк» төшөнсәһе бөтөнләй юҡ.
«Геопарктар булдырыуҙа норматив-хоҡуҡи ярҙам «геопарк» төшөнсәһен әҙерләүҙән, уның хоҡуҡи положениеһын һәм режимын билдәләүҙән, уны барлыҡҡа килтереү тәртибенән тора, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты Руфина Шаһапова. — Шул рәүешле «ЮНЕСКО-ның глобаль геопаркы» статусын алыу хоҡуғы менән ике – төбәк һәм федераль геопарк категорияһын билдәләү зарур».
Илдар Һаҙыев Башҡортостан биләмәһендә геопарктар булдырыу буйынса эшсе төркөм ағзаларын кәрәкле документтарҙы әҙерләүҙә байтаҡ көс һәм мөмкинлек һалырға саҡырҙы. Ошо һынау проектын бойомға ашырыу буйынса артанбанғы аҙымдар махсус әҙерләнгән саралар планы-графигы буйынса эшләнәсәк, тип хәбәр иттеләр Экология министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: