Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.07
+0.49
99.93
+0.14
89.29
-0.73
14+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Февраль 2017, 07:09

Башҡортостан умартасылары «Башҡорт балы» коллектив бренды аҫтында берләшә ала

Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге
Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Архангел һәм Башҡортостандың башҡа район умартасылары күпләп бал алыу һәм һатыуҙы ойоштороу өсөн «Башҡорт балы» коллектив бренды аҫтында берләшә ала. Бындай проект менән Белорет районы хакимиәте моноҡалаларҙы үҫтереү фондына мөрәжәғәт итте, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
«Һорауҙар әле байтаҡ. Күпме бал кәрәк, нимәлә һатыу, ниндәй бал талап ителә? Беҙҙең умарталыҡ йылына 5-10 тонна бал етештерә. Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡаҙағстан биләмәләрендә һатыу хоҡуғы биргән сифат сертификаты булһа ла, әлегә экспорт өсөн түгел, — тип һөйләне Белорет районы етештереүселәренең береһе Алексей Быков. — Барыһы ла урындағы магазиндарға китеп бөтә, заказдар буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар ҡалаларына ла ебәрәбеҙ».
«Тәү сиратта, иҡтисади ауырлыҡтар килеп тыуасаҡ – кем, ниндәй хаҡҡа был балды күпләп һатып аласаҡ. Икенсенән, сит ҡатышмалар һәм антибиотиктарға бал сифатын тикшереү өсөн Башҡортостанда күптән инде үҙ лабораторияһын һатып алыу мәсьәләһе тора. Сифат сертификатынан тыш донъя баҙарына сығып булмай тиерлек. Һәм төп һорау: беҙҙең бал унда кәрәкме? М5 трассаһында башҡорт балы тип бик күп ҡытай балын һаталар, ул беҙҙекенә ҡарағанда яҡынса ике тапҡырға осһоҙораҡ», — тип һөйләне Иглин районы умартасыһы, йәмәғәт эшмәкәре Илгиз Кәлимуллин.
Башҡорт балының экологик сифаты донъя баҙарында уның төп конкурент өҫтөнлөгө булып тора. Сөнки унда 30 процентҡа ҡәҙәр ялған бал һатыла, тип иҫәпләй республика умартасылыҡ продукцияларын етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр ассоциацияһы вице-президенты Сергей Мөлөков. Әммә шул уҡ ваҡытта умартасыларҙы бал ҡорттарын ҡарау буйынса заманса алымдарға, технологияларға уҡытыу программаһы насар үҫешкән. Өфөләге «Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» сығарған «Ысын башҡорт балы» дәүләт бюджет учреждениеһы Рәсәй сифат системаһы менән «тәбиғи, бер нимә менән дә буталмаған» тип танылды, әммә унда антибиотик ҡалдығы бар. Был фактор балдың ҡиммәтлеген кәметә һәм экспортҡа яраҡһыҙ итә. Рәсәй биләмәһендә препараттарҙы ҡулланыу тыйылмаған, ләкин Европа Союзы илдәрендә контролдә тотола.
Антибиотиктарҙы асыҡларға мөмкинлек биреүсе ҡорамалдарҙы һатып алыу өсөн 15 миллион һумлап инвестиция талап ителә. Әүҙемселәр лабораторияны дәүләттеке булырға һәм уның менән бөтә ҡортсолар ҙа файҙалана алырға тейеш, тип иҫәпләй. Балды тыйылған матдәләргә тикшереү бөтә етештереүселәр өсөн дә мәжбүри булыу зарур.
Белешмә. Әлегә республикала бөтә хужалыҡ формаларында 357 мең баш күс иҫәпләнә, уларҙың төп өлөшө шәхси секторға – 301 мең (84 процент) тура килә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына – 42 мең (12), ауыл хужалығы предприятиеларына 14 мең күс (4). Былтыр төбәктә 11 мең тонналыҡ тулайым бал етештерелде, шул иҫәптән 5,4 мең тонна – тауар балы.
Автор:Гөлфиә Акулова
Читайте нас: