12:14 (UTC+5), 22 Февраль 2017

Өфөлә акушерҙар һәм рентген-хирургтар уникаль операция үткәрҙе

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә акушерҙар һәм рентген-хирургтар Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының хирургия бүлегендә уникаль операция үткәрҙе.
«Республика клиник дауаханаһында юғары квалификациялы, махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә. Акушерлыҡ бүлеге бөтә республиканан пациенттарҙы ҡабул итә», — тип һөйләне баш табиптың акушерлыҡ-гинекология буйынса урынбаҫары Марина Мөхәмәҙиева.
Бөгөн дауаханала ҡатын-ҡыҙҙарға рентген-хирургтар менән берлектә ярҙам күрһәтелә. Йәғни операциялар ике бригада ҡатнашлығында үткәрелә.
«Республика клиник дауаханаһында республика райондарынан һәм Өфөнән пациенттар бар. Йөклө ҡатын-ҡыҙҙың өсөнсө кимәлдәге стационарҙа, йәғни беҙҙә бала табыуын талап иткән патологияһы булғанда, уларҙы йәшәгән урындарына ҡарамайынса ҡабул итәбеҙ. Өҙлөгөүҙәр йөклөлөктөң иртә срогында ла асыҡлана», — тип билдәләне табип.
Башҡортостанда бындай операция Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ғына бушлай эшләнә.
Операция Балтас районынан 29 йәшлек ҡатынға яһалды. Был — уның икенсе балаһы. Ҡатындың организмында бала ятҡыһы дөрөҫ урынлашмаған булған.
Операцияға өс акушер-гинеколог, ике рентген-хирург, табип-анестезиолог, табип-трансфузиолог, шәфҡәт туташтары, ике табип-неонатолог йәлеп ителде.
Пациент операция ваҡытында үҙ аңында булды.
Операцияның нисек үтеүе хаҡында «Йәмәғәт электрон гәзите»ндә уҡығыҙ.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика