Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.44
-0.65
99.58
-0.95
87.39
+0.28
29+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Февраль 2017, 14:38

Рәсәйҙәге тәүге геопаркты республиканың төньяҡ-көнсығышында булдырырға тәҡдим ителде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәктең төньяҡ-көнсығышында ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында геопарк булдырыу буйынса Рәсәйҙәге тәүге пилот проектын ғәмәлгә ашырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Төбәк Башлығының Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән эшлекле осрашыуында республикала ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында һаҡланған биләмәнең яңы төрөн булдырыу идеяһы яңғыраны. Башланғыс Рәсәй Сит ил эштәре, Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлыҡтарында хуплау тапты.
«Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында республика әһәмиәтендәге 31 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе, шул иҫәптән биш дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм 26 тәбиғәт ҡомартҡыһы урынлашҡан. Шифаханаларҙың рекреацион зоналарын файҙаланып тәбиғәт парктарын булдырыу һуңғыларының эшмәкәрлеген сикләүгә килтерә. Ошо биләмәлә геологик тәбиғәт ҡомартҡыларының булыуын иғтибарға алып, ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында геопарк булдырыу мәсьәләһен ҡарауҙы маҡсатҡа ярашлы тип иҫәпләйбеҙ», — тине республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин.
Республика төрлө геологик мираҫ объекттарына ғәйәт бай. Был уның Европа менән Азия сигендә урынлашыуы менән дә аңлатыла. Бынан тыш, Салауат районында «Мәсетле геологик киҫелеше» геологик тәбиғәт ҡомартҡыһы, билдәле «Янғантау» шифаханаһы урынлашҡан.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының идеяһын хупланы.
Белешмә. ЮНЕСКО-ның донъяла геопарктар булдырыу буйынса программаһы 2002 йылдан башланған. Бөгөн Европала, Ҡытайҙа, Малайзияла, Японияла, Тайвандә, Канадала, Бразилияла, Иранда, 24 илдә бөтәһе 80 парк эшләй. Ошондай зоналар биләмәһендә төбәктең геологик тарихы, файҙалы ҡаҙылмаларҙың ятҡылыҡтары яҡшы күренә.
Читайте нас: