05:59 (UTC+5), 13 Февраля 2017

Өфөлә «Бурыслы» операцияһы башланды

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 13 февралдән Өфөлә «Бурыслы» операцияһы башланды. Ул 22 февралгә тиклем дауам итә. Сара барышында ЮХХДИ инспекторҙары юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф түләмәүселәрҙе асыҡлай.
Баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһында хәбәр итеүҙәренсә, штраф ҡарар законлы көсөнә ингәндән алып 60 көн эсендә түләнергә тейеш.
Ваҡытында түләмәгән осраҡта штраф икеләтә арттырыла йә иһә ғәйепле кеше 15 тәүлеккә тиклем ҡулға алына.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығындағы ЮХХДИ бүлеге хеҙмәткәре Гүзәл Сафиуллина әйтеүенсә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн һалынған штрафтар буйынса мәғлүмәтте Өфөнөң Юл-патруль хеҙмәте полкында (Лесотехникум урамы, 20/1 (1-се ҡат), 1-08-се бүлмә), дәүләт хеҙмәттәре порталында һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының дәүләт автоинспекцияһы сайтында алырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика