06:01 (UTC+5), 01 Февраля 2017

Башҡорт дәүләт педагогия университеты Кембридж университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Кембридж университетының Макдональд археологик тикшеренеүҙәр институты берлектәге эш тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, һүҙ археологик ҡаҙылмалар хаҡында бара.
Проект археометаллургия материалдарын анализлауҙы, беренсел алынған мәғлүмәттәрҙе берлектә баҫтырып сығарыуҙы, мәғлүмәттәр һәм ресурстар менән алмашыуҙы, фәнни үҙ-ара эш итеүҙе, берлектәге ғилми һәм белем биреү сараларын үткәреүҙе үҙ эсенә ала.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында аңлатыуҙарынса, Һуңғы бронза быуат дәүере Евразия далаһында металлургия производствоһы беҙҙең эраға тиклем яҡынса 19-15 быуатта үҫеш нөктәһенә еткән.
Әлеге осор баҡыр мәғдәнен файҙаланыу һәм баҡыр инвентарь етештереү менән билдәләнгән. Былтыр педагогия университеты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Һуңғы бронза быуат осоронда Башҡортостандағы тораҡ пункттарҙа металлургия һәм ландшафт буйынса проект әҙерләнгән. Һуңғы бронза быуатты тикшереү йүнәлештәренең береһе — металл етештереү технологияһы.
Икенсе йүнәлеш — Башҡортостан биләмәһендә һәм сиктәш төбәктәрҙә баҡыр ресурстарын тикшереү, ошо тораҡ пункттарҙа металл етештереү өсөн файҙаланылған мәғдән эҙләү.
Киләсәктә мәғлүмәттәр банкын булдырыу күҙаллана, был беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡта Көньяҡ Уралда баҡыр алыу юлдарын тергеҙергә мөмкинлек бирәсәк.
Берлектәге эш Рәсәйҙең археологик ҡомартҡыларынан һайлап алынған материал өлгөләрен Бөйөк Британияға сығарыуға рөхсәт алыуҙы, шулай уҡ тикшереү тамамланғандан һуң һаҡланып ҡалған өлгөләрҙе кире ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота. Халыҡ-ара фәнни баҫмаларҙа тикшереү һөҙөмтәләрен, мәҡәләләр баҫтырыу, тәжрибә һәм ресурстар менән алмашыу студенттар өсөн бик мөһим. Киләсәктә сит илдә белем алыу өсөн студенттар менән алмашыу ҡаралған, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика