Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
03:50 (UTC+5), 26 Января 2017

Өфөлә яҙыусы Рим Әхмәдов яҡты донъянан китте

Алик Шакиров
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Алик Шакиров/. Өфөлә 84-се йәшендә билдәле яҙыусы, тәржемәсе, тыуған яғыбыҙҙың үҫемлектәр донъяһын яҡшы белгән Рим Әхмәдов яҡты донъянан китте. Ошо хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына республиканың Яҙыусылар союзы хәбәр итте.
Рим Билал улы Әхмәдов 1933 йылдың 29 октябрендә Өфөлә тыуған. Мәскәүҙә М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтында уҡый. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Үҙәк телевидениела эшләй. Бик күп тапшырыуҙар сығарыуҙа ҡатнаша. Уның сценарийы буйынса 1960 йылда «На карте не значится» күп сериялы телеповесть ҡуйыла. Шиғырҙары һәм хикәйәләре 1951 йылдан алып «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны», «Труд», «Сельская жизнь» гәзиттәрендә донъя күрә башлай.
1963 йылда Рим Әхмәдов Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһында мөхәррир вазифаһын башҡара. Бында ул «Беҙ төшөрәбеҙ», «Тыуған моңдар» фильмдары авторы була. Һуңынан Башҡортостан АССР-ның Министрҙар Советы ҡарамағындағы Радио һәм телевидение тапшырыуҙары буйынса комитетында республика гәзиттәрен күҙәтеп барыусы булып эшләй.
1974 йылда «Ҡар аҫтынан сәскәләр» исемле хикәйәләр йыйынтығы донъя күрә. Уларҙа Рим Әхмәдов Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет һалдаттарының батырлығы хаҡында һөйләй. 1975 йылда балалар өсөн мауыҡтырғыс «Юғалған йылға» китабы сыға. 1976 йылда Рим Билал улы республиканың яҙыусылар ойошмаһына инә. Уның «Точка пересечения» һәм «Пробуждение», «Третья жизнь» хикәйәләр йыйынтығы баҫыла.
Тыуған яҡ тәбиғәтен, Башҡортостандың үҫемлектәр донъяһының шифалы үҙенсәлектәрен өйрәнеү уның тормош эшенә әйләнә. 1985 йылда сыҡҡан «Йылғалар, күлдәр һәм үләндәр тураһында һүҙ» китабында яҙыусы Башҡортостандың матурлығын, уның иҫтәлекле урындарын бәйән итә. Аҙағыраҡ сыҡҡан «Растения против рака», «Одолень-трава» китаптары Рим Әхмәдовты билдәле итә.
2015 йылда «Китап» нәшриәтендә «Братья месяцы у моего костра» китабы баҫыла.
Рим Әхмәдов башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә. Ул Ғилемдар Рамазанов, Әхнәф Харисов, Һәҙиә Дәүләтшина, Ибраһим Ғиззәтуллин, Ғәли Ибраһимов, Ноғман Мусин һәм башҡа башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итә.
Рим Әхмәдовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул Сергей Чекмарев һәм Степан Злобин исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.
Ошо иҫ киткес кеше тураһында яҡты иҫтәлек уны белгәндәрҙең, китаптарын уҡығандарҙың йөрәктәрендә мәңгелеккә һаҡланасаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика