12 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов дауахананың баш табибын эштән бушатырға
күрһәтмә бирә. Бер аҙ һуңғараҡ, «Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә, поликлиника пациенттарына тейешле хеҙмәт күрһәтмәү осрағы буйынса енәйәт эше асыла. Республиканың Тикшереү комитеты етәксеһе тикшереүгә тиклемге материалдар һөҙөмтәһе буйынса ошондай ҡарар ҡабул итә.