Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
03:15 (UTC+5), 13 Января 2017

Салауатта иң матур башҡорт ҡыҙын һайлаясаҡтар

Олег Яровиков
Арина Рәхимҡолова
ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Салауатта «Һылыуҡай-2017» ҡала конкурсында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Ҡыҙҙар үҙҙәре менән башҡорт телендә таныштырырға тейеш.
Ҡала хакимиәте сайтында хәбәр ителеүенсә, конкурс милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалау, ижади ҡеүәтте асыу һәм йәштәрҙе ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Бәйгелә 16 йәштән алып 23-кә тиклемге ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Тәбиғи матурлыҡтан тыш, улар саф башҡортса һөйләшергә, халҡыбыҙҙың йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен белергә тейеш. Финалда ҡыҙҙарҙы ижади конкурс, дефиле, портфолио һәм видеопрезентация кеүек һынауҙар көтә. Ул, ғәҙәттәгесә, яҙғыһын уҙа.
Ғаризалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Салауат ҡалаһы, Ленин урамы, 2, 14-се бүлмә. Электрон почта: otdel.kultury13@mail.ru. Белешмәләр өсөн телефондар: (3476) 35-20-01, 35-21-50.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика