ӨФӨ, 2017 йыл, 13 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының ЗАГС бүлектәре 2016 йылда тыуған балаларҙың һирәк осрай торған һәм популяр исемдәрен атаны. Күпселек атай-әсәйҙәр улдарына Артем, Тимур, Кирилл, Әмир, Данил, Роман, Егор, Александр, Матвей, Максим, Эмиль, Артур тип ҡушҡан. Үҙенсәлекле исемдәр араһында Аполлон, Воислав, Галактион, Дэвид, Ирис, Кенон, Дениз, Сыңғыҙхан, Добромир, Дэвит, Златослав теркәлгән.
Донъяға килгән ҡыҙҙар араһында киң танылған исемдәр: Арина, София, Самира, Виктория, Анастасия, Полина, Дарья, Валерия, Азалия, Милана, Диана, Мария. Шулай уҡ һирәк ҡатын-ҡыҙ исемдәре менән тыуыу тураһында таныҡлыҡтар ҙа бирелгән, улар: Аксинья, Арсения, Дамина, Забава, Златовласка, Нисо, Ружена, Юнона, Жанетта, Кассиопия, Княгиня, Идиллия.