07:34 (UTC+5), 12 Января 2017

Өфөнөң юғары уҡыу йорттары ғилми проекттар һайлап алыу конкурсында еңде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 ғинуар./«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ғилми проекттар һайлап алыу конкурсы еңеүселәре иҫәбенә инде. 2017 йылда уларға ярҙам күрһәтеләсәк. Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы вуздарҙың 440-тан ашыу ғилми проектына булышлыҡ итәсәк. Ошо маҡсаттарға 2,9 миллиард һум аҡса бүленгән.
Федераль ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2500-ҙән ашыу ғаризанан Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет һәм Милли технологик башланғыстарҙың Проект офисы ҡатнашлығында Министрлыҡ комиссияһы 125 ойошманың 444 проектын һайлап алған.
Проекттар киң йүнәлештәр буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүгә йүнәлтелгән, улар араһында физик һәм химик процестарҙы өйрәнеү, инновацион программа тәьминәтен булдырыу, биоинженерия, робот техникаһы менән «нейро» идара итеү буйынса проекттар бар.
Өфө дәүләт авиация техник университеты алты проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн ярҙам аласаҡ. Улар иҫәбендә: компьютер моделләү ысулдары менән супрамолекулаларҙың физик-химик үҙенсәлектәрен һәм күләмле наноструктуралы материалдарҙы өйрәнеү һәм фаразлау; гибридлы көс ҡулайламалары булған автономлы объекттар өсөн перспективалы электромеханика үҙгәрткестәрен тикшереү, әҙерләү һәм индереү; бүленгән дифференциаль алым нигеҙендә төрлө составлы нефть-газ ятҡылыҡтары коллекторҙарында фильтр аша үтеү процесын математик һәм компьютер моделләү; шыйыҡ һәм газ хәлендәге углеводородтарҙы сығарыу, ташыу, эшкәртеү һәм ҡулланыу процестарын көсәйтеү өсөн илебеҙҙәге нефть-химия сеймалынан реагенттар, реактивтар һәм материалдар эшләүҙең ғилми нигеҙҙәрен уйлап табыу; үтә ваҡ ярмалы мартенлы ҡорос төҙөлөшө һәм үҙенсәлектәре; газ турбиналы двигатель деталдәре өсөн юғары талығыу сифаттары хас булған үтә ваҡ ярмалы титан иретмәләре.
Өфө дәүләт нефть техник университеты «In situ гетероген катализаторының регенерациялау мөмкинлеге булған ациклик углеводородтарҙың сикһеҙ берләшмәләр менән өҙлөкһөҙ реакцияға инеү технологияһын булдырыу» проекты менән еңеү яуланы.
Тулы исемлек Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының рәсми сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика