04:01 (UTC+5), 10 Января 2017

Башҡорт дәүләт педагогия университеты үҙенең юбилейын билдәләй

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 10 ғинуар, 2017 йыл. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының юбилейы. Уны тамамлаусылар, студенттар һәм уҡытыусылар туған юғары уҡыу йортоноң 50 йыллығын билдәләй. Бөгөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты – ул заманса мәғариф, фән һәм мәҙәниәт үҙәге, унда 670-ләгән уҡытыусы эшләй, 11 меңдән ашыу студент, аспирант һәм докторант белем ала. Уҡыусылар билдәләүенсә, бында уларға универсаль белем бирәләр, шуға ла юғары уҡыу йортон тамамлаусылар бөтә ерҙә лә талап ителә.
Юғары уҡыу йорто структураһында – биш институт, ете факультет, 47 кафедра.
«50 йыл, бер яҡтан – бай тарихлы, файҙалы тәжрибә туплаған һәм иҫ киткес йолалары менән әһәмиәтле ваҡиға, икенсе яҡтан, университет артабан да әүҙем үҫешә, илебеҙ мәғарифы өсөн әһәмиәтле инновацион белем биреү технологиялары әҙерләй һәм индерә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2016 йылда төрки телле илдәрҙә һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәрендә рус телен үҫтереү буйынса төп гуманитар университет исеме алыуы ҙур ҡаҙаныш булып тора», — тиелә Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллиндың ҡотлауында.
Юбилей хөрмәтенә университетта бик күп саралар уҙғарыла: юғары уҡыу йортоноң студенттары һәм профессор-уҡытыусылары ҡатнашлығында байрам флешмобы, КВН-концерты, «Университеттың тарих биттәре» фотокүргәҙмәһе. Бында төрлө йылдарҙа университет тормошоноң төп ҡаҙаныштарын, ваҡиғаларын сағылдырыусы фотолар күрһәтелгән. Һәр кем университеттың барлыҡҡа килеү, студент хәрәкәттәре ойоштороу һәм тәүге уҡыу-уҡытыу корпустарына, дөйөм ятаҡҡа нигеҙ һалыу тураһындағы хәтирәләргә бирелә аласаҡ, тип билдәләнеләр юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика