Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
05:04 (UTC+5), 16 Декабря 2016

Республика Журналистар союзының яңы мөмкинлектәре һәм функциялары барлыҡҡа килде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 16 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Журналистар союзының яңы мөмкинлектәре һәм функциялары барлыҡҡа килде. 15 декабрҙә Матбуғат йортонда ижади ойошманың ХХI съезы үтте. Сарала баш мөхәррирҙәр, Башҡортостан Журналистар союзының урындағы бүлексәләре секретарҙары — федераль, республика, район һәм ҡала киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
«Съезға 110 делегаттың 90-ы килде. Был бик яҡшы күрһәткес, — тине Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев. — Журналистар ойошмаһының Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелде. Килем килтергән эшмәкәрлек тураһында положениелар төҙәтелде, был иһә мөмкинлектәрҙе айырыуса киңәйтә. Мәҫәлән, беҙ кино төшөрөү, баҫма продукция етештереү, хужалыҡ һәм коммерция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә алабыҙ».
Уставтың яңы редакцияһында ассоциацияларға һәм союздарға инеү мөмкинлеге ҡаралған. Хәҙер ойошма конкурстар, семинарҙар, симпозиумдар уҙғарырға хоҡуҡлы. Маҡтаулы исемдәр, миҙалдар һәм маҡтау билдәләре, шулай уҡ стипендиялар булдырыу мөмкинлеге бар.
Һуңғы өс йылда Башҡортостан Журналистар союзына 150-нән ашыу кеше ҡабул ителгән. Бөгөн союзда 1500 самаһы ағза иҫәпләнә. Форумда ижади ойошмаға тағы ла 11 журналист ҡабул ителде.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика