Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-19 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ноябрь 2016, 09:44
Республиканың баш дәүләт автоинспекторы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының өс сәбәбен атаны
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2016 йыл, 24 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының өс сәбәбен атаны. «Төп сәбәп — тиҙлекте арттырыу. Икенсе урында — юлдың ҡаршы яҡ һыҙатына сығыу. Өсөнсөлә — иҫерек килеш автомобиль менән идара итеү», — тип хәбәр итте Динар Ғилметдинов журналистар менән осрашыуҙа.
Быйыл 10 айҙа Башҡортостанда 3761 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 432 кеше һәләк булған һәм 4835-е төрлө йәрәхәттәр алған. Иҫерек водителдәр арҡаһында 359 авария булған, уларҙа 61 кешенең ғүмере өҙөлгән һәм 493-ө йәрәхәтләнгән. Ошо осорҙа юлдарҙа 12 бала һәләк булған, 411-е йәрәхәттәр алған.
Теги:
юххди
юл-транспорт ваҡиғаһы
статистика
Читайте нас