Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+11 °С
05:05 (UTC+5), 22 Ноябрь 2016

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөләге перинаталь үҙәктә тыуған тәүге сабыйҙың бәхетле әсәһен ҡотланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 22 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Баш ҡалала яңы республика перинаталь үҙәге асылды. 21 ноябрҙә төш ваҡытында Башҡортостандың заманса медицина учреждениеһында тәүге сабый донъяға килде. Иртәнге сәғәт 10-да Ләйсән Вәлинурованы «Тиҙ ярҙам машинаһы» бында алып килде, һәм көндөҙгө 1 тула 20 минутта ул өсөнсө тапҡыр әсә булды, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Бала табыу бүлеге мөдире Артур Халиҡов әйтеүенсә, ҡыҙыҡай һау-сәләмәт булып тыуған.
Был ваҡиға республика Башлығының да иғтибарынан ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов перинаталь үҙәктең баш табибы Фирғәт Байрамғоловтан ҡатынға үҙенең исеменән сәскәләр һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыуын һораны.
Ләйсән Вәлинурова һүҙҙәренсә, уға перинаталь үҙәктә бик оҡшаған. «Бында матур, уңайлы, заманса ҡорамалдар», — ти бәхетле әсә.
Республика перинаталь үҙәгенең яңы бинаһы буласаҡ әсәләр өсөн генә түгел, медиктар өсөн дә күптән көтөлгән ваҡиға булды.
«Үҙәк 2003 йылдан алып эшләй. Әммә беҙҙә бала табыу йорто юҡ ине. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы башҡа клиникаларға ебәрә торғайныҡ. Хәҙер үҙебеҙҙә лә бала табырға мөмкин. Башҡарған эшебеҙҙең һөҙөмтәһе күренә», — тип билдәләне үҙәктең баш табибы.
Төҙөлөш Рөстәм Хәмитовтың шәхси контроле аҫтында барҙы.
Үҙәкте төҙөү 2011-2016 йылдарҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу программаһы сиктәрендә 2014 йылдың аҙағында башланды. Учреждение 130 пациентҡа иҫәпләнгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика